Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Апрель 2022, 14:45

50 миллион һум кемдәргә бирелә?

 2022 йылға Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттарының икенсе конкурсына ғаризалар ҡабул итә башлайҙар.

50 миллион һум кемдәргә бирелә?
50 миллион һум кемдәргә бирелә?

28 апрелдән Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды икенсе конкурсҡа ғаризаларҙы ҡабул итә. Конкурс Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының дәүләт телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә булышлыҡ итеү сиктәрендә үткәрелә. Унда коммерцияға ҡарамаған ойошмалар ҡатнаша ала.

Конкурс бюджеты 50 миллион һум тәшкил итә. Гранттың бер проектҡа бүленә алған максималь күләме өс миллион һумдан артмай.

Конкурста ҡатнашыу өсөн ғаризалар 2022 йылдың 28 апреленән 30 майының 17.00 сәғәтенә тиклем грантыглавы102.рф сайтында ҡабул ителә. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: проектты тормошҡа ашырыу ваҡыты 2022 йылдың 1 сентябренән иртәрәк башланырға тейеш түгел һәм 2023 йылдың 31 авгусынан һуңға ҡалмай тамамланырға тейеш.

Конкурста ҡатнашыусыларға талаптар, шарттар һәм гранттарҙы биреү тәртибе тураһында грантыглавы102.рф сайтының “Документтар” бүлегендә танышырға мөмкин.

Белешмәләр өсөн телефон:

+7 903 311 69 37;

+7 967 453 92 72.

Фото: Башҡортостан Республикаһының Гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды.

Автор:Айһылыу Низамова
 
Автор:Лариса Михалькова