Мәсетле тормошо
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Апрель 2022, 15:40

Радий Хәбиров иң яҡшы эшсәндәргә Рәсәйҙең һәм республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров иң яҡшы эшсәндәргә Рәсәйҙең һәм республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Радий Хәбиров иң яҡшы эшсәндәргә Рәсәйҙең һәм республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы
Радий Хәбиров иң яҡшы эшсәндәргә Рәсәйҙең һәм республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы

Бында намыҫлы хеҙмәте, таланты менән тормошобоҙо йәмләгән үҙ эшенең оҫталары, яуаплы эшсәндәр йыйылған, тине республика етәксеһе, бүләкләү тантанаһын асып. Уларҙың барыһы ла иҡтисад, мәғариф, фән, мәҙәниәт үҫешенә һәм Башҡортостандың Рәсәйҙең уңышлы, алдынғы төбәктәренең береһе булыуына ҙур өлөш индереүен билдәләне.

«Һеҙ юғары оҫталығығыҙ һәм күп йыллыҡ ижади хеҙмәтегеҙ өсөн ошо наградаларға лайыҡ булдығыҙ. Күптәрегеҙ менән шәхсән танышмын, һәр ваҡытта ла намыҫлы эшләүегеҙҙе беләм. Беҙ пациенттарҙың ғүмерен ҡотҡарған табиптарыбыҙ менән һоҡланабыҙ. Профессор Валентин Николаевич Павловтың хеҙмәтен билдәләп үткем килә. Ул 30 йылдан ашыу һаулыҡ һаҡлау системаһында әүҙем эшләй, урология өлкәһендәге асыштары менән фән донъяһында киң билдәле. Валентин Николаевич медицина университеты ректоры вазифаһында уҡыу йортоноң инфраструктураһын үҫтереүгә, өр-яңы медицина үҙәктәре ойоштороуға, халыҡ-ара бәйләнештәрҙе нығытыуға, федераль гранттар йәлеп итеүгә, коронавирус пандемияһына ҡаршы көрәште ойоштороуға ҙур өлөш индерҙе», –  тине Радий Хәбиров.

Республика етәксеһе Башҡорт дәүләт аграр университеты ректоры, профессор Илдар Ғәбитовтың БДАУ-ҙың Рәсәйҙең алдынғы ауыл хужалығы вуздары иҫәбенә инеүендә, төрлө заманса белгестәр әҙерләүҙә ролен юғары баһаланы.

Радий Хәбиров фекеренсә, бүләкләнеүселәрҙең һәммәһен дә республика һәм ил яҙмышы өсөн юғары яуаплылыҡ, тыуған яҡты үҫешкән итеп күреү теләге берләштерә.

«Башҡортостанда һәр ваҡыт намыҫлы эшләйҙәр. Һәр берегеҙҙең хеҙмәт биографияһы – быға сағыу дәлил. Һеҙҙең оптимизм, эшкә яуаплы мөнәсәбәтегеҙ йәш алмашҡа илһам өҫтәй һәм улар өсөн лайыҡлы өлгө булып тора. Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәтегеҙ өсөн ысын күңелдән рәхмәтемде белдерәм! Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, именлек, тыныслыҡ, изгелек һәм яңы ҡаҙаныштар теләйем», – тине Башҡортостан Башлығы.

Бөгөн 50-нән ашыу кеше Рәсәйҙең һәм республиканың дәүләт наградалары менән бүләкләнде.

Фото:Олег Яровиков
Радий Хәбиров иң яҡшы эшсәндәргә Рәсәйҙең һәм республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы
Радий Хәбиров иң яҡшы эшсәндәргә Рәсәйҙең һәм республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы
Автор:Лариса Михалькова