Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Апрель 2022, 14:10

Радий Хәбиров БДУ-ның Хоҡуҡ институты студенттарына: Миңә һеҙҙең фекерегеҙҙе белеү мөһим

Башҡорт дәүләт университеты ректоры вазифаһын башҡарыусы Вадим Захаров, Башҡортостан Башлығының Хоҡуҡ институты студенттары менән осрашыуын асып, Радий Хәбиров ҡатнашлығында ошо уҡыу йортоноң үҫеше өсөн байтаҡ эштәр башҡарылыуын билдәләне. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республика етәксеһе 14 йыл Хоҡуҡ институтында эшләгән, унда ул кафедра ассистентынан алып директорға тиклем хеҙмәт юлы үткән.

Радий Хәбиров БДУ-ның Хоҡуҡ институты студенттарына: Миңә һеҙҙең фекерегеҙҙе белеү мөһим
Радий Хәбиров БДУ-ның Хоҡуҡ институты студенттарына: Миңә һеҙҙең фекерегеҙҙе белеү мөһим

Башҡортостан Башлығы билдәләүенсә, студенттар менән ошондай осрашыу уҙғарыу – уның шәхси инициативаһы, ул 14 йыл ғүмерен юғары мәктәпкә арнаған, хәйер, һуңғы тиҫтә йылдарҙа күп нәмәләр үҙгәргән.

«Беҙ еңел булмаған осорҙа йәшәйбеҙ, коронавирусты ла үткәрҙек. Әммә яңыраҡ Украиналағы хәл-ваҡиғаларға бәйле ил Президенты махсус хәрби операция үткәреү тураһында ҡарар ҡабул итте. Көслө санкция һәм эмоциональ баҫым яһала. Беҙ һеҙҙең менән баштарыбыҙҙа, философияла, эске сәйәсәттә етди, глобаль үҙгәрештәр алдында торабыҙ. Быларҙың барыһын да бергәләп үтергә кәрәк, беҙҙең эшебеҙ хаҡ. Мин һеҙҙең фекерегеҙҙе белергә, төшөнкөлөккә бирелмәйһегеҙме-юҡмы икәнен аңларға теләйем. Үҙебеҙҙең юғары уҡыу йорттарында белем алған студенттар менән осрашыуҙар циклы ойошторола, әммә мин уларҙы нәҡ һеҙҙән башларға булдым, сөнки миңә юрист-студенттарҙың философияһы аңлайышлы һәм яҡын», – тине Радий Хәбиров.

Радий Хәбиров институт биләмәһе буйлап экскурсия ваҡытында күп традицияларҙың һаҡланып ҡалыныуына иғтибар итте.

«Үҙебеҙҙең сәскә түтәлен йәки үҙем эшләгән осорҙа төҙөлгән футбол майҙансығын күргәс, рәхәт булды. Әлбиттә, беҙ Хоҡуҡ институтына инфраструктураны яҡшыртырға ярҙам итербеҙ».

Фото:Олег Яровиков

Автор:Лариса Михалькова