Мәсетле тормошо
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Апрель 2022, 12:05

Башҡортостан Башлығы 8-17 йәшлек балалары булған ғаиләләргә айлыҡ түләүҙәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 8-17 йәшлек балалары булған ғаиләләргә айлыҡ түләүҙәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы.

Башҡортостан Башлығы 8-17 йәшлек балалары булған ғаиләләргә айлыҡ түләүҙәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы
Башҡортостан Башлығы 8-17 йәшлек балалары булған ғаиләләргә айлыҡ түләүҙәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Республикаһының рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған документҡа ярашлы, килеме йән башына йәшәү минимумынан артмаған ғаиләләр өсөн аҡса түләү ҡаралған.

Уларҙың күләме республикала балалар өсөн билдәләнгән йәшәү минимумынан — 50%, әгәр ғаиләнең йән башына уртаса килеме түләүҙәр менән бергә йәшәү минимумынан артмаһа, 75 проценттан 100 процентҡа тиклем тәшкил итә.

Шулай уҡ Радий Хәбиров Башҡортостан хөкүмәтенә 2022 йылдың 1 майына тиклем халыҡтың күп функциялы үҙәктәр йәки берҙәм дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр порталы аша түләүҙәр һорап мөрәжәғәт итеү мөмкинлеген тәьмин итергә ҡушты.

Фото:Валерий Шахов

Источник: https://bash.bashinform.ru/news/social/2022-04-20/radiy-h-birov-8-17-y-shlek-balalary-bul-an-ail-l-rg-ayly-t-l-r-tura-ynda-ukaz-a-ul-uy-y-2776445 

Автор:Лариса Михалькова