Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Апрель 2022, 16:00

Бысраҡ тәҙрәләр артында...

Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, Зөһрә апай сәйенә сәсәп алып китте: “Ниндәй хат, ниндәй ҡарттар йорто?! Шаяртаһыңмы, балам? Мин компьютерҙы аса ла, баҫа ла белмәйем дәһә...”

Бысраҡ тәҙрәләр артында...
Бысраҡ тәҙрәләр артында...

Зөһрә апай үтеген ауыр һулап өҫтәлгә ҡуйҙы ла күптән йыуылмаған, туҙан баҫҡан тәҙрәһенә баҡты. “Бөтөнләй эшлектән сыҡты ахыры, боҙолдо...” – тип иҫке үтекте сүплеккә ташлағас, яңыһына ҡайҙан аҡса алырға, тип баш ватты. Пенсияһы икмәк-тоҙлоҡ ҡына, фатирына түләһә, дарыуҙар алһа, ашарға самалы ғына ҡала. Яңы үтек айлыҡ бюджетҡа инә алмай шул...

Бынан бер нисә йыл элек ирен ерләгәндән һуң Зөһрә апайҙың йәшәүгә дәрте бөтөнләй кәмене, яңғыҙлыҡтан яфа сикте. Көнө буйы ни эшләргә белмәй ары һуғылып, бире һуғылып ваҡыт уҙғарҙы. “Бына һиңә мә, ҡартлыҡ килеп, һикегә аяғын һәлендереп ултырҙы былай булғас, ғүмер ҡалай тиҙ үтте лә китте”, – тип үҙ алдына һөйләнде тол ҡатын. Бер бөртөк кенә ҡыҙы менән күптән аралашмайҙар. Ҡырыҫ холоҡло балаһы бынан бер йыл элек әсәһе менән һүҙгә килешкәндән һуң тыуған йортона аяҡ баҫмаҫ булды. Ул инде күптән атай-әсәй тәрбиәһенә, ярҙамына мохтаж түгел, ғаиләһе менән ҡалала тамыр ебәреп, бына тигән итеп донъя көтә. Зөһрә апайҙың уның йортонда булғаны юҡ, бары таныштары шулай тип һөйләй.

“Алтмышты уҙғандан һуң тормош шулай тамамланамы икән ни? Алда бер ҡыуандырырлыҡ ваҡиға юҡ, иҫке әйберҙәр, ватыҡ үтек, йыуылмаған тәҙрәләргә ҡарап, уфтанып ваҡыт уҙғарырғамы хәҙер?” Аяҡтары һыҙламаһа, элеккесә йүгереп йөрөп йорт эштәрен йәһәт, күңелле итеп башҡарыр ине лә...

“Ҡуй, зарланып ултырмайым әле, аҙ булһа ла ҡыбырҙарға кәрәк”, – тип һауыт-һабаһын йыуыштырып, урынлаштырырға тотондо. Ҡапыл ишектә шылтыраған ҡыңғырау тауышы әсәне һиҫкәндерҙе, бөгөн ул бер кемде лә көтмәй, йүнле хәбәр менән генә йөрөй күрһендәр...

Еүеш ҡулдарын таҫтамалға һөртә-һөртә әсә ишеккә йүнәлде. Күҙҙәренә ышанмай, албырғап ҡалып, алдында баҫып торған ҡупшы ҡатынға текәлде. ”Миләүшә, Милена ҡыҙым, һаумы, балаҡайым!” Тегеһе әсәһе ҡосағынан ысҡына һалып, ашыҡмай ғына түргә үтте. “Әсәй, хәлдәрең нисек, йә, һөйлә”, – тип әүәлгесә ҡоро ғына өндәште. Әйтерһең дә, магазинға ярты сәғәткә генә сығып әйләнгән. “Эй, бына үтек ватылды...” – тип урынһыҙ яуапланы әсә. Әйткәненән үҙе оялды, “таптың һөйләргә хәбәр” тип үртәлде.  

Ҡалғаны тап әкиәттәгесә барҙы. Ике көндән фатирҙы танырлыҡ та түгел ине. Милена бөтә бүлмәләрҙе ялтыратып йыуып сығарҙы, тиҙ арала өйгә яңы кер йыуыу машинаһы, ҙур телевизор, һыуытҡыс килеп ултырҙы. Хатта яңы үтекле булды Зөһрә апай. Кухняла тәмле ҡамыр аштары еҫе аңҡыны. Бәлеш, гөбәҙиәләр әсә ҡулында элек тә яҡшы уңа торғайны. Бергәләшеп сәй эсеп ултырғанда Миләүшә һорай ҡуйҙы: “Йә, әсәй, ҡәнәғәтһеңме хәҙер? Һин нисек үтенеп һорап яҙғанһың, барыһын да үтәнем. Мине оятҡа ҡалдырмаҡсы булып, ҡарттар йортона илтеүҙе талап итәһең...” – тип хатты һелккеләгәс, Зөһрә апай сәйенә сәсәп алып китте: “Ниндәй хат, ниндәй ҡарттар йорто?! Шаяртаһыңмы, балам? Мин компьютерҙы аса ла, баҫа ла белмәйем дәһә...”

Сер ҡапсығы тиҙ асылды. Күршеләре Низам ҡарт йомошҡа ингән булып, үҙенең “ғәйебен” таныны. “Зөһрә күршенең йонсоп донъя көткәнен, Мөхәмәттән ҡалғандан һуң бик бөтөрөнөүен, йыш ауырыуын күреп һыҙландым. Бик күңелле йәшәй торғайныҡ бит Мөхәмәт мәрхүм иҫән саҡта. Һин дә иркә ҡыҙ булып буй еткерҙең... – тип йәш, көслө саҡтарын иҫкә төшөрҙө күршеләре. – Ҡаймаҡ сүлмәге тышынан билдәле, тигәндәй, өйҙөң бысраҡ тәҙрәләре бында ниндәй мөхит хөкөм һөрөүен, бәхетһеҙ, яңғыҙ йән йәшәгәнен әллә ҡайҙан төртөп күрһәтә. Ана, хәҙер улар нисек көлөп тора!”

Ҡарт бының менән генә туҡталманы: ”Ә һин кейәүгә сығыу менән әсәйеңде оноттоң! Килеп тә әйләнмәйһең! Хәтәр шәп йәшәгәнеңде беләбеҙ, кейәү менән бал-майҙа ғына йөҙәһегеҙ, ә әсәйең хәйерселектә көн күрә, һине уҡытыу, тәрбиәләү өсөн аҙ бил бөктөләрме ни?” Низам ҡарт, бер аҙ ҡыҙып киткәнен аңлап, һүҙҙе туҡтатты.

...Миләүшә ошонан һуң тыуған йортона йышыраҡ ҡайтырға, әсәһенең хәлен белешеп торорға вәғәҙә бирҙе. Ярты йылдан һуң Зөһрә апайҙың йортонда һағыш-хәсрәттең эҙе лә ҡалманы, ихатаға яҡынлашыу менән аҡ селтәрҙәр эленгән таҙа тәҙрәләр, аллы-гөллө сәскәләр ҡаршы ала. Һөйөү һәм хәстәрлек ҡартлыҡ хаҡындағы уйҙарҙы ситкә ҡыуҙы, Зөһрә апайҙың һағышланып ултырырға ваҡыты ла, теләге лә юҡ хәҙер...

Фото: stihi.ru

Автор:Дина Арсланова
 
Автор:Лариса Михалькова