БР һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләрендә хәбәр итеүенсә, 16 сентябрҙә республикала COVID-19-ға ҡаршы рекордлы күләмдә прививка яһатҡандар. Быны эшләгән кешеләрҙең һаны 40 321-гә барып еткән, уларҙың 27 045-е тәүге компонентты ҡаҙатҡан.
Шәмбе һөҙөмтәһе менән төбәктә барлығы 1 422 447 кеше вакцинаның беренсе өлөшөн ҡабул иткән. Был медицина процедураһын тулыһынса 1 259 376 кеше яһатҡан.
Эпидемияның сираттағы тулҡыны һөҙөмтәһендә Башҡортостанда вирусҡа ҡаршы көрәш көсәйтелгән. Айырым ойошма-предприятиеларға инеү өсөн вакцинациялау тураһында белешмә кәрәк, 65 йәштән өлкәндәргә мотлаҡ үҙҡурсалау индерелгән, 18 октябрҙә башланасаҡ сираттағы этапта сәләмәтлек, спорт кеүек хеҙмәттәр алғанда ла белешмә ҡағыҙҙарын күрһәтеү кәрәк буласаҡ.