Мәсетле тормошо
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Октябрь 2021, 10:00

Башҡортостан статистиктары 15 октябрҙә старт аласаҡ Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙың нескәлектәрен журналистарға аңлатты

Унда ни өсөн 2021 йылдың 1 октябренән һуң мәрхүм булыусыларҙың йәниҫәпкә инеүе һәм ниңә 1 октябрҙән һуң тыуғандар исемлеккә индерелмәйәсәге тураһында төшөндөрҙөләр.  

Башҡортостан статистиктары 15 октябрҙә старт аласаҡ Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙың нескәлектәрен журналистарға аңлатты
Башҡортостан статистиктары 15 октябрҙә старт аласаҡ Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙың нескәлектәрен журналистарға аңлатты
«Халыҡ иҫәбен алыу 15 октябрҙән башланһа ла, халыҡты һанау ваҡыты 2021 йылдың 1 октябре тип алынған. Тап был датаға халыҡтың дөйөм һаны кеүек ҡылыҡһырламаны алыу ҡаралған. Ошо сәбәпле 1 октябрҙән һуң тыуғандар һанауға инмәйәсәк. 1 октябргә ҡарата кем тере булып та, унан һуң йәниҫәп алыусы килгәнгә тиклем мәрхүм булған – улар тураһындағы мәғлүмәт һаналасаҡ. Быларҙың барыһы ла 1 октябрҙең 00 сәғәтенә ҡарата республикала күпме кеше йәшәгәнен белеү өсөн мөһим», — тип аңлатты «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында Башҡортостанстаттың халыҡ статистикаһы һәм һаулыҡ һаҡлау бүлеге начальнигы Ирина Үтәшева.

Халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтен өлөшләп 2022 йыл дауамында күрһәтәсәктәр.  

Фото: Олег Яровиков

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги: ВПН-2021
 
 
Автор:Лариса Михалькова