Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Октябрь 2021, 12:00

Башҡортостан военкоматы Бөйөк Ватан һуғышы ветеранын йөҙ йәше менән ҡотланы

Республиканың хәрби комиссары полковник Михаил Блажевич Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы Вера Семёновна Чичереваны бер быуатлыҡ юбилейы менән тәбрикләне. 

Башҡортостан военкоматы Бөйөк Ватан һуғышы ветеранын йөҙ йәше менән ҡотланы
Башҡортостан военкоматы Бөйөк Ватан һуғышы ветеранын йөҙ йәше менән ҡотланы

«Республика военкоматы исеменән һәм үҙемдән һеҙҙе матур юбилейығыҙ менән ҡотлайым. Һеҙ илебеҙ тарихындағы иң ауыр мәлгә эләктегеҙ. Һеҙҙең батырлыҡ үҫеп килгән быуынға Тыуған ил һәм Ватанды нисек яратыу һәм һаҡлау өлгөһө булып тора», — тине юбилярға полковник Михаил Блажевич.  

Вера Семёновнаға Бөтә Рәсәй офицерҙар союзының «Присягаға тоғролоҡ өсөн» миҙалы һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Сара аҙағында Үҙәк хәрби округының инженер бригадаһы хәрби оркестры юбиляр йорто ихатаһында концерт ҡуйҙы.  

Белешмә.

Вера Семеновна Чичерова 1921 йылдың 12 октябрендә Башҡорт АСССР-ының Өфө ҡалаһында тыуған. Ҡыҙыл армия сафтарында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан.  1942 йылдың 16 апрелендә Өфөнөң Жданов район хәрби комиссариаты тарафынан фронтҡа алынған.

Белорус фронтының 3-сө Армияһына ҡараған Суворов һәм Кутузов орденлы 157-се уҡсылар Неман дивизияһында санитар инструктор булып хеҙмәт итә. Ҡылған батырлығы өсөн 1944 йылдың 11 ғинуарында «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы менән наградлана.  

СССР, Көнсығыш Европа биләмәһен азат итеүҙә, Берлин һөжүм операцияһында, Маньчжур һөжүм операцияһында ҡатнаша.  Хәрби ҡаҙаныштары өсөн 1985 йылда II дәрәжә Ватан һуғышы ордены бирелә.

Демобилизациянан һуң Вера Семеновна Чичерова Башҡортостан Республикаһының хәрби комиссариатында эшләй.

Фото: Военкомат РБ

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
 
 
Автор:Лариса Михалькова