Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Октябрь 2021, 12:50

“Бәхетнамә” тапшырыуында ҡунаҡта

Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Марат Әхмәтшин менән ҡоролтай ағзаһы Анфиса Ишмөхәмәтова Башҡортостан Юлдаш телевидениеһының “Бәхетнамә” тапшырыуында тура эфирҙа сығыш яһанылар. Улар 30 октябрҙә районыбыҙҙа уҙасаҡ Ҡошсо ырыуы вәкилдәренең беренсе йыйынына әҙерлек тураһында һөйләне.

“Бәхетнамә” тапшырыуында ҡунаҡта
“Бәхетнамә” тапшырыуында ҡунаҡта

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был ҙур һәм әһәмиәтле сараға әҙерлек районда күптән башланды: ойоштороу комитеттары ағзаларының эшлекле кәңәшмәләре, республиканың һәм күрше өлкәләрҙә йәшәгән ҡошсоларҙың осрашыуҙары, фәнни-ғәмәли конференциялар үтте, “Мәсетле районы легендалары һәм риүәйәттәре” конкурсы һәм “КошсоForever” флешмобы иғлан ителде.
Марат Ғәлимйән улының әйтеүенсә, сараға ирекмән итеп йәштәрҙе йәлеп итәсәктәр. Улар мәғлүмәт еткереү буйынса һәм ойоштороу мәсьәләләрендә ярҙам итә. Ирекмәндәр өсөн Ҡошсо ырыуы символикаһы менән футболкалар әҙерләнә.
Район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе шулай уҡ Ҡошсо ырыуы тураһында һөйләп үтте: элек ҡошсолар һунарға ҡош менән йөрөгән. Тапшырыуҙы алып барыусы Миңзиә Каспранова, хәҙер Ҡошсо ырыуы вәкилдәре йәшәгән ерҙә ундай йоланы дауам итеүсе һунарсылар осрамаймы, тип ҡыҙыҡһынды.
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юҡ. Миңә билдәле булыуынса, Башҡортостанда бары берәү генә – Ҡырмыҫҡалы районы кешеһе ҡоштарҙы бәләкәйҙән һунарға өйрәткән. Әммә был шөғөл бик күп ваҡыт һәм сығым талап иткәнлектән, ул был шөғөлөн туҡтатҡан, – тине Марат Ғәлимйән улы. – Сараны уҙғарғандан һуң ҡошсоларҙың һунар йолаһын тергеҙеү буйынса проект яҙыр-ға һәм грант ярҙамы конкурсында ҡатнашырға уйлайбыҙ.
Әйткәндәй, Марат Әхмәтшин әҙерләгән “Ҡошсо ырыуы йыйыны” I төбәк-ара съезы” проекты мәҙәни инициативалар президент фондында еңеүсе тип табылды һәм 450 мең һум күләмендә грант отто.
Йыйынға әҙерлек барышында Ҡошсо ырыуы вәкилдәренең үткәне һәм бөгөнгөһө тураһында мәғлүмәт тупланған китап сығарыу планлаштырыла. Уны әҙерләү өсөн Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайы ағзалары осрашыуҙарға сыға. Уларҙың маҡсаты – Ҡошсо ырыуы вәкилдәре йәшәгән территорияларҙы йөрөп сығыу. Ошо көндәрҙә, мәҫәлән, улар Свердловск өлкәһендә башҡорт музейы асҡан Ҡошсо ырыуы вәкиле менән осрашырға ниәтләй.
Телетапшырыуҙы алып барыусы Анфиса Ишмөхәмәтованың Мәсетле районы баш-ҡорттары ҡоролтайының “Бәйләнештә” төркөмөндә алып барған махсус битенең республикала иң популяр һәм әүҙем сайттарҙың береһе булыуын билдәләне.

Автор:Айгуль  Шарапова