Мәсетле тормошо
+29 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Сентябрь 2021, 15:25

Башҡортостан халҡын октябрҙә өҫтәмә ял көнө көтә

Октябрҙә республика халҡын өҫтәмә ял көнө көтә, тип иҫкә төшөрҙөләр Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығында.

Башҡортостан халҡын октябрҙә өҫтәмә ял көнө көтә
Башҡортостан халҡын октябрҙә өҫтәмә ял көнө көтә

Республика законына ярашлы, 11 октябрҙә Республика көнө – Башҡортостандың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул итеү көнө билдәләнә.

Республика көнө байрам тип иҫәпләнә.

«2021 йылдың 11 октябрендәге байрам дүшәмбегә тап килә. Йома, 8 октябрҙә, эш көнө ҡыҫҡармай, — тип белдерҙеләр Хеҙмәт министрлығында. — Шулай итеп, биш көнлөк эш аҙнаһында 2021 йылдың 9, 10 һәм 11 октябре ял көндәре булып тора».

 

Рәсәйҙең хеҙмәт ҡануниәтенә ярашлы, йыллыҡ отпуск биргәндә 11 октябрҙәге байрам көнө – Республика көнө уның иҫәбенә индерелмәй.

Фото: Валерий Шахов

Галина Бахшиева
 
 
Автор:Лариса Михалькова