Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Сентябрь 2021, 10:00

Бер аҙ йылытҡандан һуң республика йәнә һалҡын фронт тәьҫирендә ҡала

Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, 23 сентябрҙән 26-һына тиклем республикала +8,+10 градус йылы булыуы көтөлә. Һауа температураһы төндә +2,+8 градус, урыны менән 0,-5 градусҡаса һыуытып, ҡырау төшөүе ихтимал, көндөҙ 11-17 градус.

Бер аҙ йылытҡандан һуң республика йәнә һалҡын фронт тәьҫирендә ҡала
Бер аҙ йылытҡандан һуң республика йәнә һалҡын фронт тәьҫирендә ҡала

Ләкин 26 сентябрҙән 27-һенә ҡарай төндә һалҡын атмосфера фронтының үтеүе көтөлә. Ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы мөмкин. Һауа температураһының ҡапыл төндә -1,-6, көндөҙ +4,+9 градусҡаса түбәнәйеүе көтөлә. Башҡортостанда уртаса тәүлек температураһы +1,+6 градус була.

 

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
 
 
 
Автор:Лариса Михалькова