Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Сентябрь 2021, 14:50

Башҡортостанда COVID-19 йоҡторған уҡытыусылар һәм уҡыусылар һаны артҡан

Башҡортостанда яңы уҡыу йылының тәүге көндәрендә COVID-19 йоҡторған уҡытыусыларҙың һәм уҡыусыларҙың бер аҙ артыуы күҙәтелә, тип хәбәр итте республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин бөгөн хөкүмәттә уҙған оператив кәңәшмәлә.

Башҡортостанда COVID-19 йоҡторған уҡытыусылар һәм уҡыусылар һаны артҡан
Башҡортостанда COVID-19 йоҡторған уҡытыусылар һәм уҡыусылар һаны артҡан

Республика етәксеһе белем биреү учреждениеларында коронавирусҡа бәйле хәлде махсус контролгә алырға ҡушты.

«Динамиканы күҙәтеп барырбыҙ. Әгәр динамика тигеҙ булһа, һәйбәт, тигеҙ түгел икән, нимә эшләү тураһында уйлашырбыҙ».

Айбулат Хажин мәктәптәрҙә тейешле санитар-эпидемиологик талаптарҙың үтәлеүен иҫкә төшөрҙө. Уҡыусылар ағымын бүлеү өсөн инеү урындары төрлө төҫлө маркировка менән билдәләнгән. Уҡыусыларҙы бер кабинетта уҡытыу системаһы һаҡлана. Термометрия үткәрелә. Уҡытыусыларҙың битлек режимы һаҡлана, ләкин дәрес ваҡытында уҡытыусы битлекте сисергә мөмкин. Бөгөнгә педагогтарҙың 80% яҡыны прививка яһатҡан. Мәктәптәрҙә БДМУ һәм медицина колледждары студенттарынан 1268 медицина инспекторы эшләй. Шулай уҡ 2 244 уҡытыусы медицина инспекторы сифатында эшкә тотондо.

Республикала 83 уҡыусы һаулыҡ торошо буйынса сентябрь аҙағына тиклем дистанцион уҡыуға күсерелде. Ауырыу йоҡтормау өсөн хроник сирле уҡыусылар өсөн онлайн-уҡытыуға күсереү ҡаралғайны.

Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы 

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
 
 
Автор:Лариса Михалькова