Мәсетле тормошо
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Сентябрь 2021, 16:05

Тәбиғәт янғындары сигенмәй: Баймаҡ районында ҡоро үлән яна

2 сентябрҙә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығына Баймаҡ районында ҡоро үлән яныуы тураһында хәбәр килгән.

Тәбиғәт янғындары сигенмәй: Баймаҡ районында ҡоро үлән яна
Тәбиғәт янғындары сигенмәй: Баймаҡ районында ҡоро үлән яна

Урында Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты, Урман хужалығы министрлығы көстәре һәм саралары эшләй.

Ирекмәндәр йәлеп ителгән. Бөтәһе 147 кеше һәм 23 берәмек техника.

Өҫтәмә рәүештә 85 артмаҡлы янғын һүндергес әҙерләнгән. Ҡоро үлән янған урынға баш идаралыҡтан 50 кешенән торған аэромобиль төркөм ебәрелгән.

Ауылдарға хәүеф янамай. Хәл Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығы контролендә тотола.

Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
 
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
 
Теги: янғындар
 
 
Автор:Лариса Михалькова