Мәсетле тормошо
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Сентябрь 2021, 17:00

«Өфө» халыҡ-ара аэропортынан яңы осош йүнәлештәре асыла

«Өфө» халыҡ-ара аэропортынан яңы йүнәлештәр асыла. Башҡортостандың баш ҡалаһынан Доминикана Республикаһына, Азербайжанға, Мысырға осорға мөмкин, тип хәбәр итте «Өфө» халыҡ-ара аэропорты.

«Өфө» халыҡ-ара аэропортынан яңы осош йүнәлештәре асыла
«Өфө» халыҡ-ара аэропортынан яңы осош йүнәлештәре асыла

16 сентябрҙән Air Cairо авиакомпанияһы Шарм-эль-Шейх – Өфө – Шарм-эль-Шейх йүнәлеше буйынса Мысырға оса башлай. Рейстар аҙнаһына бер тапҡыр башҡарыла. Өфөнән осош ваҡыты – урындағы ваҡыт менән төнгө 1-се 5 минутта.

1 октябрҙән «Аэрофлот» авиакомпанияһы Баҡы — Өфө — Баҡы йүнәлеше буйынса оса башлай. Рейстар шишәмбе һәм йома көндәрендә башҡарыла. Өфөнән осош ваҡыты – урындағы ваҡыт менән 3 тула 25 минутта.

5 октябрҙән Доминиканаға осорға мөмкин. AZUR авиакомпанияһы Ла-Романа – Өфө – Ла-Романа йүнәлеше буйынса оса башлай. Рейстар 12 көнгә бер тапҡыр башҡарыла.

Доминикана Республикаһына Nordwind Airlines авиакомпанияһы менән дә осорға мөмкин. 8 октябрҙән 12  көнгә бер тапҡыр Пунта-Кана — Өфө — Пунта-Кана йүнәлеше буйынса осоштар башлана.

Сәйәхәткә сығыр алдынан илгә инеү шарттары тураһында мәғлүмәттәр менән ентеклерәк танышырға кәрәк, тип иҫкә төшөрҙөләр «Өфө» халыҡ-ара аэропортында.

Фото

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
 
 
Автор:Лариса Михалькова