Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Март 2021, 11:15

"Бында балыҡ та, үҫемлектәр ҙә буласаҡ"

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфө ҡалаһының Октябрь районындағы “Ҡашҡаҙан” паркын төҙөкләндереү барышы менән танышты.

Подрядсы ойошма вәкиле һүҙҙәренсә, паркка исем биргән күлде беренсе тапҡыр тулыһынса таҙартҡандар. Бының өсөн һыу ятҡылығын тәүҙә ҡоротҡандар, 40 мең йөк машинаһы тирәһе ләмде, бысраҡты һәм көнкүреш сүп-сарын сығарғандар, тәрәнәйтеү эштәрен башҡарғандар. Күлдең иң тәрән урыны дүрт метрға тиклем етәсәк. Әле һыу кимәлен даими һаҡлауға булышлыҡ итәсәк балсыҡ һарайын ҡорамалландырыу тамамланыу өҫтөндә.
Күлдән алыҫ булмаған шәхси секторҙан аҡҡан һыуҙар Ҡашҡаҙандың экологияһына хәүеф тыуҙыра ине. Был имен булмаған санитар хәлгә, һыуҙың төрлө паразиттар менән ағыуланыуына килтерҙе. Төҙөкләндереү барышында күл яры буйлап таҙартыусы экран һәм ағын һыу канализацияһы ҡуйғандар. Ул ямғырҙы, шәхси секторҙан аҡҡан һыуҙы йыйып, Маршал Жуков урамындағы коллекторға түгәсәк.
Башҡорт дәүләт университетының экология кафедраһы профессоры Айрат Ишбирҙин, яңыртылған күлдә һыу таҙа буласаҡ, был иһә экосистеманы, биологик төрлөлөктө тергеҙеүгә булышлыҡ итәсәк, тигән фекерҙә.
– Беҙҙең төрлө варианттар бар ине. Әммә дөрөҫ ҡарар ҡабул иттек, тип иҫәпләйем. Һәм бының менән ғорурланам. Эйе, күлде таҙартыуға күп аҡса сарыф ителде, әммә тағы ла илле йылда ул таҙа буласаҡ. Унан 400 мең кубометр бысраҡ сығарҙыҡ. Балсыҡ һарай эшләйәсәкбеҙ, йәғни һыу китмәйәсәк. Тирә-яҡтан ағын һыуҙар өсөн канализация эшләйбеҙ. Һыу инеү мөмкин булған, экологик яҡтан таҙа күл булдырабыҙ. Халыҡ шулай талап итте. Экологияға ҙур иғтибар биреү мөһим, – тип белдерҙе Радий Хәбиров.
Республика Башлығы төҙөлөш майҙанында ҡала хакимиәте һәм подрядсы ойошмалар вәкилдәре менән “Ҡашҡаҙан” паркы биләмәһен артабан төҙөкләндереүгә бағышланған кәңәшмә уҙғарҙы. Төбәк етәксеһе уның халыҡ мәнфәғәттәренә яуап бирергә тейешлеген айырып билдәләне. Бында ҡеүәтле спорт блогы бар. Хәҙер инде балалар майҙансығын яңыртырға, велосипедсылар һәм йәйәүлеләр өсөн айырым юлдар төҙөргә, уңайлы пляж, ял итеү өсөн зона һ.б. булдырыу хаҡында уйларға кәрәк. Айырып әйткәндә, йәй күлдә прокатҡа кәмә, катамаран бирәсәк яхта клубы эшләй ала, ә ҡыш һырғалаҡ буласаҡ.
Рабий Хәбиров һүҙҙәренсә, паркта кәмендә ике ресторан булырға тейеш, уларҙың береһе - пирс зонаһында. Шулай уҡ оркестр майҙансығын йыһазландырырға уйлайҙар. Күл уртаһына елкәнле корабль ҡуясаҡтар.
– “Ҡашҡаҙан” паркы Рәсәйҙә һыу ятҡылығында урынлашҡан иң яҡшы паркка әйләнергә тейеш. Бының кеүек үҙенсәлекле тәбиғәт паркы башҡа ҡалаларҙа юҡ. Әгәр ҙә алдыбыҙға ошондай амбициялы маҡсаттар ҡуйһаҡ, тәүге унау иҫәбенә инәсәкбеҙ. Ә алдынғылар рәтендә булғы килә. Әйткәндәй, һуңғы өс йылда бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи ауылдарҙа уңайлы мөхит булдырыу йәһәтенән Рәсәй буйынса иң яҡшы проект конкурсында алдынғы урынды һаҡлап киләбеҙ. Ошоға ярашлы алынған гранттар арҡаһында республиканың 16 муниципалитеты үҙҙәренең үҙәк майҙандарын тәртипкә килтерә. Сираттағы конкурсҡа документтар тапшырҙыҡ, яңы еңеүҙәр көтәбеҙ, – тине республика етәксеһе.
Радий Хәбиров Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Сергей Грековка, быйыл 11 октябргә – Республика көнөнә – яңыртылған “Ҡашҡаҙан” паркы халыҡты ҡабул итергә әҙер булырға тейеш, тип ҡушты.
Башҡортостан Башлығы был эш сәфәренән һуң социаль селтәрҙә фекере менән уртаҡлашып, былай тип яҙҙы:
“Өфөләге Ҡашҡаҙан күлен төҙөкләндерергә ҡарар иткәс, йәмәғәтселек мине әрләне – ныҡ әрләне. Һыуын түккәс, ҡоштар һәм балыҡтар үләсәк, күл ҡороясаҡ, тинеләр һәм башҡаларҙы һөйләнеләр. Ысынында иһә мин ышанам: беҙ дөрөҫ ҡарар ҡабул иттек. Йәй бында һаҫыҡ еҫ, һыу инергә лә, ял итергә лә мөмкин түгел ине. Күл ысынында ауырый ине. Эш башлағас, төҙөүселәр күл төбөнән 40 мең автомобиль йөк бысраҡ сығарҙы. Унда нимә генә юҡ ине – һыуытҡыстар, арматура, төҙөлөш сүп-сары, автомобиль шиндары. Ҡашҡаҙанды башҡаса ошондай маҡсатта файҙаланырға ярамай ине. Һөҙөмтәлә беҙ заманса парк эшләйәсәкбеҙ, Рәсәйҙәге иң яҡшы парк, тип әйтер инем. Ағын һыуҙар өсөн канализация төҙөйбөҙ, шуға ла унда бысраҡ һыу төшмәйәсәк. Балсыҡ һарай эшләйбеҙ, йәғни һыу китмәйәсәк. Экологик яҡтан таҙа күл булдырасаҡбыҙ, һәм был – иң мөһиме. Бында балыҡ та, үҫемлектәр ҙә буласаҡ – белгестәр фекеренә ҡолаҡ һаласаҡбыҙ. Хәҙер кешеләрҙең экологияға талабы бик ҙур, һәм беҙ ошо ышанысты аҡлаясаҡбыҙ".
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Автор: Рәмилә Мусина