"Мин алда киткән автомобилдең урынына үҙемдең "тимер ат"ымды урынлаштырҙым да, машина ишеген асҡас, көшөлөккә баҫтым. Минең алдағы автомобиль ҡуҙғалып өлгөргәйне. Көшөлөктөң махсус заказ буйынса эшләтеп алыуы ла күҙгә ташланды, сөнки унда исем-шәрифтәрҙең баш атамаһы яҙылған ине. Астым, ә унда аҡсалар ғына, бер ниндәй ҙә документтар юҡ", - ти Мила Любимова.
Осраҡлы үткенселәр ҡатынға юлдағы табышты гипермаркет кассаһына ҡалдырырға тәҡдим итһәләр ҙә, ҡатын улар менән ризалашмай.
"Мин аҙыраҡ машиналарын да күреп өлгөрҙөм, иҫләгән кеүек булғас, хужаларын табырға уйланым. Ни өсөндөр был аҡсалар кемгәлер операция өсөн тәғәйенләнгән кеүек тойолдо", - ти изге күңелле ҡатын.
Аҙаҡ өйөнә ҡайтып, ул ҡаланың иң популяр сайтына үҙенең табышы хаҡында хәбәр итә, телефон номерын да яҙа. Табылған аҡсаларҙы үҙендә ҡалдырыу уйы бөтөнләй булмай. шулай ҙа көшөлөк менән ундағы аҡсаның күпме икәнлеген яҙмай. "Ҙур табыш" артынан һунар итеүселәр ҙә табыла.
Кискә табан ҡатынға Сибай ҡалаһынан ирле-ҡатынлы оло йәштәгеләр шылтырата. Асыҡланыуынса, улар Магнитогорск ҡалаһындағы фатирҙарын һатып, аҡса алған булған. Ирҙең белдереүенсә, ул аҡсалы портмонеһын курткаһының кеҫәһенә тыҡҡан булған, машинаға ултырғанда, ул төшкән. Аҡсаның юҡлығын ҡайтҡас ҡына белгәндәр. Юғалтыусы көшөлөктөң ниндәй булыуын, ниндәй хәрефтәр яҙылыуын, аҡсаның күләмен дөрөҫ әйткәндән һуң ғына ҡатын уларға аҡсаларын ҡайтарған.
Арабыҙҙа изге күңелле, мәрхәмәтле кешеләрҙең күберәк икәненә ошондай хәлдәрҙән һуң йәнә бер тапҡыр инанып ҡуяһың. Мила Любимоваға "афарин"дан башҡа ни әйтәһең! Изгелектәрең үҙеңә әйләнеп ҡайтһын!