Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Февраль 2021, 12:00

“Медовз” сифатҡа баҫым яһай

“Медовз” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Көньяҡ Кореянан һәм Япониянан партнерҙар эҙләү маҡсатында Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәгенә мөрәжәғәт иткәйне.

Ошо илдәр менән уҙғарылған онлайн бизнес-миссиялары һөҙөмтәһендә эшҡыуар Кореяның Medovik LLC контрагенты менән 3,2 миллион һумлыҡ килешеү төҙөнө һәм Японияның Sojitz Corporation компанияһы менән хеҙмәттәшлек тураһында һөйләшеп килеште.
“Медовз” йәнә Марокко менән экспорт килешеүе төҙөнө. MediFood контрагенты Башҡортостандан 1,4 миллион һумлыҡ бал һатып ала.
«Мартта Польшаға продукцияның һынау партияһын оҙатырға һәм Евросоюзға экспортты үҫтерергә ниәтләйбеҙ. Унда әле хаҡты Украина менән Аргентина билдәләй. Ә беҙ сифатҡа баҫым яһаясаҡбыҙ”, – тине “Медовз” компанияһы етәксеһе Эмиль Әхтәмйәнов.
Мәғлүм булыуынса, республикала экспортлаусыларға ярҙам Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты нигеҙендә күрһәтелә.
Фото: foreign.bashkortostan.ru
Автор: Лилия Давлетбакова