Мәсетле тормошо
-27 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Ғинуар 2021, 12:00
Ауыл ипотекаһы программаһы хыялдарҙы тормошҡа ашыра
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәр аша яҡшы яңылыҡ менән уртаҡлашты. Ул Ауыл ипотекаһы программаһына бәйле. Был йүнәлеш буйынса күпме кешенең йортло булғанын белгегеҙ киләме? Барыһы хаҡында - яҙмала.
“Беҙҙең ауыл ипотекаһы программаһы кредиттар һаны һәм бирелгән аҡса күләме буйынса илдә иң яҡшыһы булып сыҡты. Уны бер йыл элек ғәмәлгә индергәйнек, һөҙөмтә иң ҡыйыу күҙаллауҙарыбыҙҙы ла үтеп китте. 2020 йылда (ковид-көрсөклө йылда) 2,4 мең ташламалы ипотека кредиты бирелгән (ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре өсөн - 0,1 процент ставканан башлап, ҡалғандар өсөн – йылына өс процентҡа тиклем), уларҙың дөйөм күләме биш миллиард һум самаһы тәшкил итә. Ленинград өлкәһе менән Алыҫ Көнсығышта беҙҙәге өс миллион урынына биш миллион һум кредит бирһәләр ҙә, беҙҙең һөҙөмтә төбәктәр араһында иң яҡшыһы. Программа аңлайышлы булып сыҡты һәм яҡшы эшләне, шуға күрә күп кеше яңы өй туйланы. Башлыса улар - балалары булған 35 йәшкә тиклемге ғаиләләр. Иң күбе йорт менән участкаларҙы Өфө, Стәрлетамаҡ, Шишмә, Ҡырмыҫҡалы, Иглин һәм Яңауыл райондарында һайлағандар. Хәҙер беҙҙең бурыс - кешеләр унда уңайлы йәшәй һәм эшләй алһын өсөн был ауылдарҙа, ҡасабаларҙа инфраструктураны үҫтереү.
Ауыл ипотекаһы тураһында бар мәғлүмәтте төп оператор “Россельхозбанк”тың сайтынан -
www.rshb.ru
йәки 88001000100 күп каналлы телефоны аша белергә була.
Фотола Латиповтар ғаиләһе, улар яңыраҡ ҡына Шишмә районындағы яңы йорттарында өй туйлаған”, – тип яҙҙы республика Башлығы.
Фото: Радий Хәбировтың "Бәйләнеш"тәге шәхси сәхифәһенән.
Автор: Альфия Мингалиева
https://bash.rbsmi.ru/articles/i-tisad/Auil-ipoteka-i-programma-i-hiyaldar-i-tormosh-a-ashira-641599/