Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Декабрь 2020, 12:30

Радий Хәбиров Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙарын яҡынлашып килгән Яңы йыл менән ҡотланы

Һөйөргә һәм һөйөлөп йәшәргә – Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан юлдаш телеканалында уҙған «Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе» асыҡ академияһы проектының тура эфирында республика ҡатын-ҡыҙҙарына шундай теләктәрен еткерҙе.

«Мин уларға һау-сәләмәт булыуҙарын теләйем, быйыл һаулығыбыҙҙың ҡәҙерен айырыуса ныҡ аңланыҡ. Ҡатын-ҡыҙҙарҙан үҙҙәрен һаҡлауын һорайым. Уларҙың ир-егеттәрҙән күпкә аҡыллыраҡ булыуын иҫәпкә алып, үҙҙәренең ирҙәрен, балаларын, ата-әсәһен һәм яҡындарын һаҡларға көсө етте. Бөтә ҡатын-ҡыҙҙарға ла яҡынлашып килгән 2021 йылды ышаныс, өмөт һәм күңел яҡтыһы менән ҡаршы алыуҙарын теләр инем. Башҡортостандың ир-егеттәре уларҙың тормошо яҡшыраҡ булһын өсөн барыһын да эшләргә тырышыр», — тине республика Башлығы, ҡатын-ҡыҙҙарға яңы йыл теләктәре менән мөрәжәғәт итеп.
Эфирҙы алып барыусылар Альбина Ҡасимханова һәм Дмитрий Каретко Радий Хәбировҡа бынан алда тура эфирҙа уның хәләл ефете Каринэ Владимировнаның аттракциондар паркына барыу тураһында бала саҡ хыялы менән бүлешеүен һөйләне.
«Тимәк, аттракциондар паркы булыр, был теләкте тормошҡа ашырырбыҙ», — тине республика етәксеһе.
Республиканың төп телеканалы тура эфирында өс сәғәт буйына барған телемарафонда саҡырылған эксперттар һәм йондоҙло ҡунаҡтар яңы йыл бүләктәре, биҙәүестәр, һый-ниғмәттәр әҙерләү хаҡында һөйләне, шулай уҡ гүзәл заттарға күңелле мәшәҡәттәр ваҡытында үҙеңде лә ҡарау тураһында кәңәштәр бирҙе.
Фото: Олег Яровиков
Азат Ғиззәтуллин
https://www.bashinform.ru/bash/1541339/