Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Декабрь 2020, 18:00

Башҡортостанда депутат «Теләктәр шыршыһы» акцияһы барышында ҡыҙыҡайға кәзә бүләк иткән

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаты Тимур Ғилмийәров 10 йәшлек ҡыҙыҡайға кәзә бүләк иткән.

Дәүләкән районы Поляковка ауылынан Йәсмин Яңы йылға һеңлеһенә йорт хайуаны бүләк итеүҙәрен теләгән.
Кескәй ҡыҙҙың һыйыр һөтөнә аллергия булғас, Йәсмин яңы йыл теләге итеп кәзәне һайлаған, сөнки һеңлеһенә кәзә һөтө эсергә ярай.
«Берҙәм Рәсәй» партияһы ағзаһы кәзәне Поляковка ауылында бүләк иткән, ике ҡыҙға ла татлы бүләктәр тапшырған һәм яңы йылда һау-сәләмәт булыуҙарын теләгән.
«Теләктәр шыршыһы» Бөтә Рәсәй акцияһының маҡсаты – етем, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балаларҙың һәм һаулығына хәүеф янаған өлкән йәштәгеләрҙең яңы йыл хыялдарын тормошҡа ашырыу. Ғаризалар 16 ноябрҙән 15 декабргә тиклем ҡабул ителгән. Башҡортостандан акцияның сайтына 500 -ҙән ашыу ғариза килгән. Уларҙы 28 февралгә хәтлем бойомға ашырылырға тейеш.
Фото: «Берҙәм Рәсәй»ҙең матбуғат хеҙмәте