Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Декабрь 2020, 19:00

Яңы йыл каникулдарында республикала почта бүлексәләренең эш графигы билдәле булды

Федераль почта хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы 31 декабрҙә һәм яңы йыл каникулдарында почта бүлексәләренең эш графигын хәбәр итте.

Йылдың һуңғы көнөндә — 31 декабрҙә Башҡортостанда барлыҡ почта бүлексәләре лә бер сәғәткә алдараҡ ябыла.
1, 2 һәм 7 ғинуарҙа республиканың бөтә бүлексәләре өсөн ял. Пенсия һәм пособиелар Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан бүлексәһе менән килешелгән график буйынса түләнә.
«3, 4, 5, 6, 8, 9 һәм 10 ғинуар барлыҡ почта бүлексәләре ғәҙәти график буйынса эшләй. Ҡайһы бер ауылдарҙағы почта бүлексәләре өсөн башҡа эш режимы билдәләнергә мөмкин», — тине Федераль почта элемтәһе Башҡортостан идаралығының матбуғат секретары Борис Слуцкий.
Фото: Валерий Шахов