Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Декабрь 2020, 18:05

"Мин һеҙҙең өсөн ҡыҙарырға йыйынмайым!"

Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры Рәмзил Күсәрбаев Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә 2020 йылда файҙаланыуға тапшырылырға тейеш булған объекттарҙың әҙерлеге тураһында һөйләне.

Асыҡланыуынса, быйыл 71 объект файҙаланыуға тапшырылырға тейеш булған, уларҙың 31-е милли һәм федераль проекттарҙы тормошҡа ашырыу сиктәрендә төҙөлгән.
“Демография” милли проекты сиктәрендә 24 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы төҙөү планлаштырылған. Быйыл был маҡсатҡа 4,125 миллиард һум аҡса бүленгән, шул иҫәптән 1,987 миллиард һумы федераль бюджеттан. Башҡарылған күләм – 3,404 миллиард һум тәшкил итә (83 процент). Дүрт объект сафҡа индерелгән. Улар – Чесноковка ауылында берләштерелгән 640 урынлыҡ мәктәп менән 160 урынлыҡ балалар баҡсаһы, Туймазы ҡалаһында 260 урынлыҡ балалар баҡсаһы, Дәүләкәндә 110 урынлыҡ балалар баҡсаһы һәм Илеш районында 50 урынлыҡ балалар баҡсаһы.
Ете объектта төҙөлөш-монтажлау эштәре тамамланған, әле ҡорамалдар һәм йыһаздарҙы йыялар, яҡын арала улар файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Улар Өфөнөң Дим биҫтәһендәге ике, Сипайлово биҫтәһе, Балаҡатай, Иглин, Дүртөйлө, Өфө райондарында балалар баҡсалары.
Төҙөлөш эштәре бөтөү өҫтөндә булған алты объект бар. Улар Благовещен, Дәүләкән, Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Өфө ҡалаһында балалар баҡсалары һәм Өфө районының Михайловка ауылында 640 урынлыҡ мәктәп менән берләштерелгән 160 урынлыҡ балалар баҡсаһы.
Ете объект буйынса өҫтәмә бюджет аҡсалары талап ителгән һәм бөгөнгә бүленгән. Был Салауат районында мәктәп менән ҡушылған балалар баҡсаһы һәм балалар баҡсаһы, Стәрлетамаҡта ике балалар баҡсаһы, Өфө районында мәктәп менән ҡушылған балалар баҡсаһы һәм балалар баҡсаһы. Бындағы проблемалар подрядсы ойошманың бурыстарын ваҡытында үтәмәүе арҡаһында килеп сыҡҡан. Был объекттар этаплап төҙөлөп бөтәсәк һәм киләһе йылда файҙаланыуға тапшырыласаҡ.
“Мәғариф” милли проекты буйынса ике объект төҙөлөргә тейеш булған, уның өсөн 347,7 миллион һум аҡса бүленгән, уның 232,7 миллион һумы федераль бюджеттан. Был объекттар Нуриман районындағы 60 урынлыҡ мәктәп менән 20 урынлыҡ балалар баҡсаһы һәм Шаран районындағы мәктәпкә 250 урынлыҡ төкөтмә менән ашхана. Улар икеһе лә төҙөлөп бөткән һәм ҡабул итеү өсөн махсус ведомствоға тапшырылған.
“Мәҙәниәт” милли проекты буйынса йыл аҙағына тиклем Илеш районында 300 урынлыҡ ауыл мәҙәниәт йорто тапшырылырға тейеш. Уның өсөн 40 миллион һум аҡса бүленгән. Төҙөүсе ойошма ғәйебе арҡаһында Сибай ҡалаһындағы концерт-театр берекмәһе бинаһын төҙөкләндереү эше ваҡытында тамамланмаған.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты буйынса республика онкология дауаханаһының хирургия корпусына төкөтмә төҙөлгән һәм сафҡа индерелгән.
“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә транспорт инфраструктураһы объекттары сафҡа инергә тейеш булған. Улар – Нефтекама ҡалаһында һәм Өфөнөң Калинан районындағы юлдар төҙөлөшө. Был объекттар өсөн 163,3 миллион һум аҡса бүленгән. Икеһе лә тапшырылған һәм был юлдар асылған.
Милли проект объекттарынан тыш, тағы 39 объект сафҡа инергә тейеш булған. Уларҙың 14-е бөгөнгә ҡарата тапшырылған. Араларында Яңауылдағы коррекция мәктәп-интернаты, Өфөлә “Нефтсе” бассейнын төҙөкләндереү, Әлшәй районында бассейнлы физкультура-һауыҡтырыу комплексы, Борай районында ФАП, Октябрьский, Дәүләкән, Дыуан, Илеш, Әлшәй, Ишембай, Бүздәк, Күгәрсен райондарында газ, һыу үткәргестәр төҙөү, Әлшәй районында ике ФАП бар.
Йыл аҙағына тиклем Октябрьский ҡалаһында төҙөкләндерелгән дауахана һәм Бүздәк районында ФАП төҙөлөп бөтөргә тейеш. Нефтекамала “Торос” стадионы, 19 инженер инфраструктура объекттары тамамланыу өҫтөндө.
Сығышты тыңлағандан һуң Башҡортостан Башлығы ҡәнәғәтһеҙлеген белдерҙе. Был объекттар ваҡытында тапшырылмаған өсөн уға федераль кимәлдә һүҙ тейә. Шуға күрә бынан ары әлеге эш етди контролгә алынасаҡ һәм ошондай өҙөклөктәр өсөн министрлыҡтан башлап, район хакимиәте башлыҡтарына тиклем яуап бирәсәктәр.
Фото: "Башинформ".
Автор: Альфия Мингалиева