Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Декабрь 2020, 17:55

Дәүләт башлығының матбуғат конференцияһы бара

Әлеге ваҡытта "Рәсәй-1", "Рәсәй-24", Беренсе канал, НТВ һәм "Мир" телеканалдарында, "Маяк", "Вести ФМ", "Рәсәй Радиоһы" аша тура эфирҙа ил Президенты Владимир Путиндың матбуғат конференцияһы бара. Быйыл сара ҡатмарлы эпидемиологик хәл арҡаһында видеоформатта үтә. Унда һәр йылдағыса ағымдағы йылға йомғаҡ яһала.

Быйыл был сараға 774 журналист аккредитация үткән. Былтырғы менән сағыштырғанда 2,5 тапҡырға кәмерәк. Кешеләр һаны "Роспотребнадзор" талаптары сәбәпле ҡыҫҡартылған.
Был матбуғат конференцияһына “Президент менән тура бәйләнеш” элементтары ла индереләсәк. Пандемия арҡаһында ул 2020 йылда үткәрелмәй ҡалғайны. Рәсәй кешеләре үҙ һорауҙарын “Мәскәү – Путинға” тигән ҡушымта аша текст йәки видеояҙма рәүешендә ебәрә ала.
– Бөгөн традицион йылды йомғаҡлау матбуғат конференцияһын үткәрәбеҙ. Тик ул пандемия арҡаһында үткәрелмәй ҡалған "тура бәйләнеш" элементтарын да үҙ эсенә аласаҡ. Был граждандар менән туранан-тура аралашыу, уларҙың проблемаларын ишетеү, фекерҙәренә һәм тәҡдимдәренә ҡолаҡ һалыу өсөн кәрәк, – тип асты сараны Владимир Владимирович.
Пандемия арҡаһында, матбуғат конференцияһы яңы форматта ойошторолдо. Журналистар төрлө залдарҙа тупланды. Төп халыҡ Мәскәү ҡалаһында Халыҡ-ара сауҙа үҙәгендә урынлаштырылды. Шулай уҡ илдең һәр бер федераль округтарында майҙансыҡтар эшләй. Хәбәрселәр барлыҡ эпидемиологик талаптарҙы үтәй. Улар битлектә ултыра һәм уны сәғәт ярым-ике сәғәт һайын алмаштырып тора. Владимир Путин иһә Ново-Огаревола урынлашҡан резиденцияһында. Ҡайһы бер журналистар уның менән бер залда ултыра.
Тәүге һорауҙар йылға дөйөм йомғаҡтар һәм һаулыҡ һаҡлау системаһына бәйле булды. Шулай уҡ коронавирустан вакцина етештереү, табиптарға түләүҙәр һәм башҡа һорауҙар бирелде.
Автор: Альфия Мингалиева