Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Декабрь 2020, 16:25

Яңы йыл кәйефен бергәләп булдырайыҡ

Алда беҙҙе иң күңелле һәм тылсымлы байрам – Яңы йыл көтә.

– Коронавирус Яңы йыл сараларын уҙғарыу йолаларына үҙ төҙәтмәләрен индерә, шулай булыуына ҡарамаҫтан, байрам буласаҡ, – ти Мәсетле районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлназ Ҡадирова. – Һәр ауыл биләмәһендә шыршы ҡуйыу өсөн майҙансыҡ булдырыу ҡарар ителде, уны эшҡыуарҙар менән берлектә ауыл халҡы гирлянда һәм уйынсыҡтар менән биҙәй. Ҡайһы берҙәрендә ҡарҙан һындар һәм боҙ тауы эшләнә.Мәҫәлән, ҡупшы шыршыны Оло Ыҡтамаҡ ауылы үҙәк майҙанынан тыш, Башҡорт гимназияһы, “Добрый”, “Заречный” магазиндары янында һәм тағы ла бер-нисә урында ҡуйыу ҡаралған. Район Мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре һәр шыршы янында байрам сараһы уҙғарырға йыйына. Уларҙың ваҡыты тураһында мәғлүмәт һуңыраҡ биреләсәк. Былар барыһы ла халыҡ бер урында күпләп йыйылмаһын, әммә һәр кем байрам кәйефен тойһон өсөн эшләнә.Район хакимиәтенең Йәштәр сәйәсәте һәм спорт бүлеге Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе менән берлектә “Атлант” паркында һәм “Комета-спорт” саңғы базаһында йәшел ҡупшыҡай ҡуйырға ниәтләй. Бөтә ауыл биләмәләрендә шыршы байрамы асыҡ һауала уҙасаҡ.Райондың төп шыршыһы һәм боҙ ҡаласығы Оло Ыҡтамаҡ ауылы үҙәк май-ҙанында ҡуйыла. Бында боҙҙан тау, ҡаласыҡҡа ике яҡтан инеү урыны ут менән яҡтыртылып эшләнә, Яңы йыл символы булған Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу һыны ҡуйыла.Район Мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәр-ҙәре Яңы йыл әкиәте әҙерләй. Тик фойелағы шыршы янында үткән ғәҙәти байрам ғына булмаясаҡ, Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу балаларҙы сәхнәнән генә ҡотлай.Матур йола буйынса, Яңы йылға әҙерләнеү уңайынан, һәр ауыл биләмәһендә биналарҙы биҙәү буйынса конкурс уҙа. Хөрмәтле райондаштар, һеҙҙең барығыҙҙы ла ошо етеп килгән байрам-ға әҙерлек эшендә ҡатнашырға саҡырабыҙ, йорт-тирәһен биҙәп, үҙегеҙҙең һәм күршеләрегеҙҙең байрам кәйефен күтәрегеҙ!