Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Октябрь 2020, 17:10

Дыуанда заманса парк барлыҡҡа килде

Дыуан районының Мәсәғүт ауылында ҙур Ғаилә паркы төҙөлөшөнөң беренсе этабы тамамланды. Был хаҡта Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы хәбәр итте.

“Күптән түгел был урын иҫке мәктәптән ҡалған ҡалдыҡтар, тирәктәр һәм ҡый үләне баҫып алған биләмә ине. Әле бында матур һәм заманса яңы паркка нигеҙ һалынды”, - тип хәбәр итә министрлыҡтың матбуғат хеҙмәте.
Төҙөлөшкә әҙерлек эштәре былтыр башланған. Тәүҙә иҫке мәктәптең емереклектәре алынған, тирәктәр ҡырҡылған, коммуникациялар үткәреүгә нигеҙ әҙерләнгән.
Мәсәғүт ауылында Ғаилә паркын төҙөү “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” төбәк проектына ярашлы мөмкин булған. Ә был проект үҙ сиратында ил Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.
Быйыл төҙөүселәр тротуарҙар һалған, балалар һәм баскетбол майҙансыҡтарын резина япма менән көпләгән. Бынан тыш, паркта шундай уҡ хәүефһеҙ япмалы ГТО тапшырыу майҙанлығы, ял һәм өҫтәл уйындары биләмәләре, автомобилдәр туҡталҡаһы булдырылған. Парк ҡойма менән уратып алынған, яҡтылыҡ үткәрелгән.
Быйылғы йылға планға алынған эштәр тамамланғас, йәшелләндереү эштәре башҡарылған – 250 төп барбарис ҡыуағы һәм 13 ҙур ағас ултыртылған.
“Һөҙөмтәлә тыныс һәм әүҙем ялды берләштергән бик матур, заманса биләмә барлыҡҡа килде. Парк буш тормаясаҡ, сөнки ул әле үк Мәсәғүт халҡының яратҡан урынына әйләнә бара”, - тип билдәләнеләр Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығында.
Икенсе этапҡа планлаштырылған эштәр киләһе йылда башҡарыласаҡ, йәғни балалар майҙансығына уйын ҡорамалдары урынлаштырыласаҡ, парк биләмәһенә эскәмйәләр, сүп-сар йәшниктәре ҡуйыласаҡ.
Фото: Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы.
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова