Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Октябрь 2020, 16:50

Милли проект нисек тормошҡа ашырыла?

Башҡортостан Республикаһының Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” милли проектын тормошҡа ашырыу барышы тикшерелде.

Ултырышта ҡатнашыусылар предприятиеларҙы милли проектҡа йәлеп итеү мәсьәләләрен һәм практикаһын тикшерҙе, шулай уҡ тармаҡ үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу буйынса ҡарарҙарҙы предприятиеларға таратыу мөмкинлеге темаһы ла күтәрелде.
Быйыл сентябрҙә төбәктәге туғыҙ ойошма милли проектҡа ҡушылған. Башҡортостан 77 предприятиела айырым маҡсатлы федераль күрһәткестәрҙең арттырып үтәлеүен тәьмин иткән. Бөгөн республика Хөкүмәте сәнәғәт, ауыл хужалығы, төҙөлөш, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, транспорт өлкәһендә эшләгән предприятиелар менән 85 килешеү төҙөгән. Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов әйтеүенсә, республика Башлығы министрлыҡтың быйыл милли проектҡа кәмендә 100 ойошманы йәлеп итеү тураһындағы башланғысын хуплап сыҡты.
Фото: economy-new.bashkortostan.ru
Автор: Лилия Давлетбакова