Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Октябрь 2020, 17:00

Яңы быуын нимәһе менән айырыла?

Төрлө илдәрҙең социологтары, ХХ быуат уртаһынан үҙҙәренә генә хас үҙенсәлектәре, уникаль һыҙаттары булған йәштәрҙең бер нисә быуыны алмашынды, тигән фекерҙә. Рәсәйҙә лә ошо хәл күҙәтелә.

Һуғыштан һуң, илдә сәйәси режимдың йомшара башлаған осоронда, донъя социологтары 1944–1963 йылдарҙа тыуғандарҙы беби-бумерҙар тип йөрөтә. Уларға патриотик тойғо, коллективта эшләү ғәҙәте, башҡалар өсөн йәнеңде фиҙа ҡылыу, физик хеҙмәткә һәр саҡ әҙер булыу һыҙаттары хас. Был быуын һәр нәмәне экономиялап, һаҡлап тотонорға күнеккән, шулай ҙа матди мөмкинлектәр арта башлаған ваҡытта тыуған кешеләр.

Ә бына 1964–1984 йылдарҙа тыуғандар, социологтар телендә, Х йәки “пепси быуыны”. Экономиялап тотоноу хас булһа ла, улар планлаштырылмаған әйберҙәрҙе һатып алырға әүәҫ. “Пепси”лар өсөн иң мөһиме – үҙеңде шәхес итеп тойоу. Аҡса эшләү, карьера төҙөү өсөн улар бер урында оҙаҡ йылдар хеҙмәт итергә әҙер.

1985–2003 йылдарҙа донъяға килгәндәр Y йәки миллениалдар тип йөрөтөлә. Уларға хас төп һыҙат – социаль селтәрҙәргә бәйлелек. Был быуын тиҙ генә аҡса эшләргә ынтыла һәм уларҙан еңел генә ҡолаҡ ҡаға. Бер төрлөлөктән тиҙ ялҡалар, үҙгәрештәрҙән ҡурҡмайҙар. Икенсе кешеләрҙең фекеренә таяналар. Үҙ-үҙҙәрен күрһәтергә, шәхес булараҡ танылырға тырышалар.

2002 һәм 2010 йылдағы Халыҡ иҫәбен алыу кампаниялары беҙҙең илдә Х һәм Y быуындары тураһында нимәләр асыҡлаған?

2002 йылда 15 йәштән 29 йәшкә тиклемге рәсәйҙәр 34,9 миллион кеше тәшкил иткән, шуларҙың 26,7 миллионы – ҡалала, 8,2 миллионы ауыл ерендә йәшәгән. 40,2 проценты эш хаҡын, 1,5 проценты стипендияны төп килем сығанағы тип билдәләгән, 27,6 проценты ата-әсәһе йәки туғандары иҫәбенә йәшәгән.

2010 йылғы статистика сараһы 15-тән 29 йәшкә тиклемге рәсәйҙәр һанының 32,5 миллионға тиклем түбәнәйеүен асыҡлаған. Шул уҡ ваҡытта ҡалала йәшәүселәр кәмеһә лә (24,5 млн), ауылда көн күргән йәштәрҙең һаны (8 млн) шул уҡ кимәлдә ҡалған.

Йәштәрҙең 52,9 проценты – эш хаҡын, 1,8 проценты стипендияны төп килем сығанағы тип күрһәткән, ә бына ата-әсәһе йәки туғандары иҫәбенә йәшәүселәр һаны 36,3 миллионға тиклем артҡан.

Бындай мәғлүмәттәр – социологтар өсөн ысын мәғәнәһендә ҙур табыш. Улар киләсәктә йәмғиәттең нисек үҙгәрәсәген, сираттағы йәш быуындың уға нисек тәьҫир итәсәген баһаларға мөмкинлек бирә.

Социологтар яңы быуынды, йәғни 2000 йылдарҙан һуң тыуғандарҙы зумерҙар тип йөрөтә. Улар һәр саҡ онлайнда, маҡсаттары тиҙ үҙгәрә, бер төрлөлөктө яратмайҙар, абруйҙарҙы һанға һуҡмайҙар. Аҡса улар өсөн мөһим түгел, әммә ата-әсәһе һатып алған әйберҙәргә тәьҫир итә алалар. Улар өсөн төп ҡиммәттәр – үҙаллы үҫеш һәм фәнни белемгә ынтылыш. Зумерҙар һанлы технологияһыҙ тормошто күҙ алдына ла килтерә алмай. Физик хеҙмәткә тартылмайҙар.

Әйткәндәй, миллениалдарҙың үҙгәрештәргә һәр саҡ әҙер булыуҙары һәм аҡса йыйырға ынтылмауҙары арҡаһында әлеге ваҡытта ҡуртымға алыу баҙары – шеринг үҫешә. Был быуын автомобиль, торлаҡ, техниканы ҡуртымға алып йәшәүҙе өҫтөн күрә. Әммә эксперттар, киләһе быуын уларҙы ҡабатлар, тигән һығымта яһамай. Зумерҙар яңылыҡты тиҙ генә татып, тиҙ генә хушлашырға әүәҫ түгел, тип һанала.

Эксперттар техник процесс үҫеше менән бергә быуындарҙың тиҙерәк алмашыныуын да күҙәтә. Зумерҙарға алмашҡа Альфа-балалар килә тип һығымта яһайҙар.

Улар тураһында “ҡулдарына планшет тотоп тыуалар” тигән фекер йөрөй. Альфа-балаларҙы өйрәнеү алда әле, әммә улар үҙҙәренә тиклемге быуындарға ҡарағанда, һәр нәмә менән нығыраҡ ҡыҙыҡ­һыныусан, тип билдәләнә.

2021 йылғы Халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы төрлө дәүерҙә тыуған быуындар хаҡында тағы ла яңы мәғлүмәттәр еткерәсәк.
Автор: Римма СОЛТАНОВА