Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Октябрь 2020, 22:30

Президенттың тыуған көнө айҡанлы...

Белорет Мәскәү, Санкт-Петербург, Грозный, Севастополь, Новосибирск, Донецк һәм Кузнецк ҡалалары менән берлектә Рәсәй Президенты Владимир Путинды тыуған көнө менән ҡотланы.

“Төн бүреләре” мотоклубы тарафынан ойошторолған “Рус урманы” бөтә Рәсәй акцияһы нигеҙендә был ҡалаларҙың һәр ҡайһыһында 7 октябргә 68 ағас ултыртылды. Белоретта йәш кедрҙар урманына нигеҙ һалынды.
Сарала Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты, Урман хужалығы министрлығы, мәҙәниәт, спорт өлкәһе, район хакимиәте вәкилдәре, мотоциклистар, казактар, йәштәр ҡатнашты.
Мәғлүм булыуынса, был күләмле акцияның бер өлөшө генә. Республика көнөндә бында 12 мең ҡарағай үҫентеһе ултыртыла. Республика Башлығы Радий Хәбировтың саҡырыуы буйынса акцияла мотоклуб лидеры Александр Залдастанов та (Хирург) ҡатнаша.
Әйткәндәй, йәш ағастарҙың тап шош ерҙә ултыртылыуы осраҡлы түгел – бер нисә йыл элек кенә бында ҙур янғындар булған. Сара Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең – 75, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының 30 йыллығына һәм Башҡортостандың Республика көнөнә арнала.
Фото: vk.com
Автор: Лилия Давлетбакова