Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Октябрь 2020, 23:30

Өлкәндәр өсөн – финанс ғилеме дәрестәре

Рәсәй банкы пенсионерҙар өсөн финанс ғилеме буйынса дистанцияла түләүһеҙ дәрестәр ойоштора.

“Өлкәндәр өсөн финанс ғилеме” проектының көҙгө сессияһы 7 октябрҙә башлана һәм 18 декабргә тиклем дауам итә. Унда халыҡты социаль хеҙмәтләндереү учреждениелары хеҙмәткәрҙәре лә ҡатнаша ала.
Дәрестәрҙең темалары: “Йәшәү өсөн экономиялау”, “Банк хеҙмәттәре. Ярҙамсы банкты һайлайбыҙ”, “Финансҡа бәйле мутлыҡ ҡылыу. Үҙеңде һәм ғаиләңде яҡла”.
“Дәрестә ҡатнашыусылар шәхси финанс маҡсаттарын билдәдәп, уларға өлгәшеү өсөн ҡарарҙы уйлап ҡабул итергә өйрәнәсәк. Белгестәр айырым финанс продукттарының һәм хеҙмәттәренең асылына төшөндөрөп, һәр кем үҙенә уңайлы алымды һайлаһын өсөн төрлө ойошмаларҙың тәҡдимдәрен сағыштырырға ярҙам итәсәк. Бынан тыш, үҙеңде һәм яҡындарыңды алдаҡсыларҙан нисек һаҡлау һәм яҡлау тураһында ла һөйләйәсәктәр”, – тине Башҡортостан буйынса Милли банктың иҡтисад бүлеге начальниы Фәнүзә Кәлимуллина.
Сарала ҡатнашыу өсөн интернетҡа тоташҡан ҡулайламанан (смартфондан, планшеттан, ноутбуктан, компьютерҙан) проекттың сайтына инергә, ҡыҙыҡһындырған лекцияға теркәлергә һәм һылтанма алырға кәрәк. Дәрес оҙайлылығы – 45 минут. Унда шәхсән һәм төркөмләп ҡатнашырға мөмкин. Онлайн тәртибендә лекторға һорау бирергә лә була. Курс тамамланғас, сертификат тапшырыла.
Фото: bashkortostan.ru
Автор: Лилия Давлетбакова