Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Сентябрь 2020, 12:00

Теләш үҙәкләштерелгән клуб системаһы яңыртыла

Мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн ҡаршылыҡһыҙ мөхит булдырыу – бөтә төбәктәр өсөн дә иң мөһим бурыстарҙың береһе.

Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте тарафынан раҫланған “Уңайлы мөхит” дәүләт программаһы нәҡ ошо маҡсатҡа – һаулыҡтары буйынса мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙең йәшәү рәүешен яҡшыртыуға, улар йәмғиәт тормошонда әүҙем ҡатнашһын өсөн социаль инфраструктура объекттарын төҙөкләндереүгә йүнәлтелгән.
Ағымдағы йылда Мәсетле районы шул программаға ярашлы федераль бюджеттан 757 мең һум субсидия алды. Шулай уҡ, “2020-2025 йылдарға “Уңайлы мөхит” муниципаль программаһы төҙөлдө, уны финанслау күләме быйыл 50 мең һум тәшкил итә. Бүленгән аҡсаға Теләш үҙәкләштерелгән клуб системаһын яңыртыу – һаулыҡтары буйынса мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә мәҙәниәт усағында уңайлы булһын өсөн махсус ҡорамалдар урынлаштырыу планлаштырылған. Башҡарыласаҡ эштәр исемлегенә пандус урынлаштырыу һәм монтажлау, инженер селтәрҙәрен монтажлау (канализация, электр менән тәьмин итеү, һыу үткәреү), инеү урынын яраҡлаштырыу һәм башҡа эштәр инә.
Проект-смета документацияһы төҙөлгән, подрядсыны билдәләүгә конкурс иғлан ителгән.