Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Март 2020, 11:00

Владимир Путин вирустан ҡурҡмай, эш сәфәрен дауам итә

Рәсәй Президенты был ваҡиғаны онотмай. Иҫләйһегеҙҙер, Ҡырым беҙгә ҡушылғайны... Бына ошо көндәрҙә Владимир Путин шул яҡтарға юлланды.

Президент Ҡырымдағы хәл-торош менән танышып, бер ыңғай йәмәғәтселек менән дә осрашты. Уға бик күп һорау бирҙеләр. Әлбиттә, яуаптар ҙа алынды. Путин Конституцияға үҙгәрештәр индереү буйынса тауыш биреү көнө хаҡында ла телгә алып үтте. Коронавирус ҡамасаулаһа, ул көндөң күсерелеүе лә ихтимал.
- Мин һеҙҙе байрам менән ҡотлайым, - тине Владимир Путин осрашыуҙың башында уҡ. - Бынан алты йыл элек бөтә ил, Ҡырым һәм Севастополь өсөн бик әһәмиәтле ваҡиға булды. Көтөлгән ваҡиға ине ул. Халыҡ үҙ аҡылы менән һайланы.
Ҡырымдың үҙ гаваненә ҡайтыуы хаҡында Президент 2014 йылдың 18 мартында ла әйткәйне.
- Бөгөн Ҡырым күперен төҙөүселәргә лә рәхмәт әйтеп, наградалар тапшырҙым. Был (күпер төҙөлөшө. - А. И.) Рәсәй менән Ҡырымдың ҡушылыуын күрһәткән сағыу бер күренеш булды. Башҡа төҙөлөш алып барыу өсөн дә шарттар бар. Энергия менән тәьмин итеү мөмкинлектәрен дә булдырҙыҡ, - тип ҡайһы бер эштәрҙе һанап китте ил башлығы.
Тәүҙә был ярымутрау халҡына ҡыйынға төштө шул. Күршеләр йә утты һүндереп, йә һыу ебәрмәйбеҙ, тиеп ҡурҡытып маташты. Әммә халыҡтың Рәсәй менән бергә булыу теләге барыһын да еңде.
- Беҙгә күп нәмә эшләргә кәрәк әле. Быны беләм, - тине Владимир Владимирович.
Эйе, бөтә ил менән бергә эшләйһе эштәр күп әле беҙҙең...
Фото: Кремлин.ру
Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова