Мәсетле тормошо
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Март 2020, 14:00
Башҡортостанда 1000-дән ашыу кеше ҡатнашҡан саралар уҙғарылмай
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров вирус инфекцияһы хәүефен һәм таралыуын кәметеү саралары тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.
Сараларҙың береһе — 1000-дән ашыу кеше ҡатнашҡан мәҙәни, спорт, эшлекле сараларҙы үткәрмәү. Был хаҡта ул хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә хәбәр итте. Бойороҡ 20 апрелгә тиклем ғәмәлдә була, ләкин республика башлығы властарҙың хәлгә ҡарап эш итергә тейешлеген һәм хәлдең яҡшырыуына йәки насарайыуына бәйле ваҡыттың күсерелеү мөмкинлеген белдерҙе.
Шулай уҡ республикала йәшәүселәргә вирус теркәлгән сит илдәргә һәм Рәсәй төбәктәренә, күп кеше йөрөгән урындарға бармаҫҡа кәңәш ителә.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги:
вирус
,
саралар
Новости партнеров
Радий Хабиров: «Для нас большая честь встречать в Уфе президента страны»
Владимир Путин форумның пленар утырышында чыгыш ясады
Владимир Путин из Уфы открыл новые спортивные объекты в российских регионах