Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Март 2020, 17:00

Радий Хәбиров эш сәфәре менән Бәләбәйҙә йөрөй

Бөгөн, 5 мартта, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Бәләбәй ҡалаһында капиталь ремонттан һуң асылған бала табыу йортон ҡараны. Бынан тыш, төбәк етәксеһе йәмәғәт киңлектәрен яңыртыу пландары менн танышасаҡ, ҡаланың урта һәм кесе бизнес вәкилдәре менән осрашасаҡ.

Бәләбәй үҙәк район дауаханаһына ҡараған бала табыу йорто күп йылдар дауамында эшләмәгәндән һуң, 2 мартта сафҡа инде. 1984 йылда төҙөлгән дүрт ҡатлы бинаһы капиталь ремонт талап итте. Уны 2015 йылда башланылар, тик эш сифатһыҙ башҡарылғас, дүрт йылға һуҙылды. Республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡыҫылыуынан һуң ғына был хәлдә ыңғай яҡҡа һынылыш булды.
Бинаны ремонтлау һәм инженер селтәрҙәрен булдырыуға республика бюджетынан 180 миллион һум аҡса бүленгән. 205 млн һум заманса медицина һәм технологик ҡоролма һатып алыуға йүнәлтелгән. Яңыртылған корпуста тәүге бәпәйҙәр табылған да инде. Әсәләрҙе төбәк етәксеһе ҡотланы.
Баш табип Рөстәм Ишмырҙин әйтеүенсә, хәҙерге ваҡытта төп бурыс - дауахана копустары араһында ҡаплаулы үткәргес төҙөү. Бынан тыш, биналарҙың берәүһендә аҙ мобилле граждандар өсөн лифт юҡ. Радйи Хәбиров учреждениены артабан модернизациялау өсөн аҡса бүлеү мөмкинлеген ҡарарға ҡушты.
-Мин бала табыу йорто ниндәй икәнен иҫләйем, тәүге эш сәфәрҙәре менән килгәндә күрергә тура килде, - тине Радий Хәбиров. - Ремонтты тамамлауға, бинаны тапшырғанға шатмын. Ошоноң кеүек һөҙөмтәләр күберәк булһын ине.
Фото: Т.Аманов