Йәмғиәт
5 Марта 2020, 15:00

Өфөлә «Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе» конкурсында республиканың уңышлы ҡатын-ҡыҙҙары тәбрикләнде

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында әүҙем йәмәғәт эшмәкәрҙәре араһында уҙғарылған IV «Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе» республика конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте.

Быйыл Башҡортостандың ҡатын-ҡыҙҙар йәмәғәт хәрәкәтенә 100 йыл тулыуға бәйле конкурс махсус юбилей датаһы менән билдәләнде.
Конкурста ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Республикаһы башлығы хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Урал Килсенбаев, республика башлығының хәләл ефете Каринэ Хәбирова һәм Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе Гөлнур Ҡолһарина сәләмләне.
«Бөгөн бүләкләнгән ҡатын-ҡыҙҙар тормоштоң төрлө өлкәләрендә өлгәшелгән уңыштарын күрһәтте. Йәштәребеҙ улар өлгөһөндә тәрбиәләнә, ә йәштәр – милләтебеҙ киләсәге ул. Дан һеҙгә, милләт әсәләре!» — тип ҡотланы еңеүселәрҙе Гөлнур Ҡолһарина, ул, үҙ сиратында, Башҡортостан Башлығынан рәхмәт хаты менән бүләкләнде.
«Ҡатын-ҡыҙ – күп балалы әсә» номинацияһында Саҡмағош районы ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәтенең әүҙем ағзаһы Резида Ильясова, Миәкә районынан уҡытыусы, хеҙмәт ветераны Фәниә Ҡунафина, туғыҙ бала әсәһе, «Супер-әсә» республика конкурсы еңеүсеһе Гөлназ Ҡорманаева, Бөрйән районынан башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлназ Ҡыуандыҡова еңеү яуланы.
«Ҡатын-ҡыҙ – лидер» номинацияһында еңеүселәр – «Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостан төбәк ойошмаһы етәксеһе урынбаҫары Гөлнара Кирәева, Ҡырмыҫҡалы районы Бишауыл-Уңғар ауылы клубы мөдире Фәһимә Абдрафиҡова, Балаҡатай районы башлығының социаль-мәҙәни һәм гуманитар мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Лилиә Мулланурова, Мәләүез районы Советы секретары Лилиә Һөйәрғолова.
«Ҡатын-ҡыҙ — йыл үрнәге» номинацияһында наградалар Мәләүез күп профилле һөнәри колледжы директоры Рита Сәмиғуллинаға, Рәсәй Ауыл йәштәре союзы ҡарамағындағы медицина буйынса комиссия рәйесе Лариса Баваддиноваға, Уральск ҡалаһының «Ирәмәл» ижад үҙәге хореографы Гөлиә Кәримоваға тапшырылды.
«Йәштәр лидеры» номинацияһында Силәбе өлкәһе башҡорттарының «Уралым» мәғлүмәт учреждениелары баш мөхәррире Нурия Иҡсанова, Башҡорт дәүләт университетының дүртенсе курс студенты Гөлйемеш Ҡылысова, Нефтекама нефть колледжының башҡорт теле уҡытыусыһы, Йәштәр ҡоролтайы етәксеһе Айгөл Йәһүҙина еңде.
«Ҡатын-ҡыҙ – өлкән йәштәге әүҙем йәмәғәт эшмәкәре» номинацияһында Бүздәк районының «Заһиҙә» башҡорт халыҡ фольклор ансамбле етәксеһе Заһиҙә Кәримова, Стәрлетамаҡтан «100 ҡатын-ҡыҙ исеме» проекты авторы Сәйҙә Әхмәтвәлиева, Көйөргәҙе районынан «Әхирәттәр» фольклор ансамбленең әүҙем ағзаһы Фәрзәнә Әбсәләмова, Силәбе өлкәһенән рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Наилә Моратшина еңеүсе тип танылды.
«Ҡатын-ҡыҙ — уҡытыусы» номинацияһында еңеүселәр – Баймаҡ ҡалаһынан Йәш натуралистар станцияһы уҡытыусыһы Дилара Йәнбирҙина, Саҡмағош районынан өҫтәмә белем биреү уҡытыусыһы Зилә Тимашева, Дүртөйлө ҡалаһының Н.Нәжми исемендәге башҡорт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Руфина Камалова.
«Ҡатын-ҡыҙ – ғалимә» номинацияһында филология фәндәре докторы, профессор, Башҡорт дәүләт университеты Стәрлетамаҡ филиалының башҡорт филологияһы кафедраһы мөдире Зөһрә Сәләхова, педагогия фәндәре докторы, профессор Нилә Белобородова, филология фәндәре кандидаты, Өфө медицина колледжының юғары категориялы уҡытыусыһы Рушания Бирҙеғолова еңеүселәр тип иғлан ителде.
«Ҡатын-ҡыҙ — һөнәр оҫтаһы» номинацияһында еңеүселәр — Бәләбәй һөт комбинатының үҙәк етештереү лабораторияһы етәксеһе Зарема Вәлиева, Әбйәлил районы Буранғол ауылынан кейеҙ баҫыу йорто етәксеһе Зөлфирә Мәхийәнова, Стәрлебаш районының «Стәрлебаш шишмәләре» район гәзитенең бүлек мөдире Мөнирә Әһлиуллина.
«Мәҙәниәттә ҡатын-ҡыҙ» номинацияһында «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының үҙ хәбәрсеһе Фрәнгизә Илбәкова, Сибай ҡалаһының Балалар художество мәктәбе уҡытыусыһы Зилиә Моталлапова, Әбйәлил районының Ҡыҙрас ауылы мәҙәниәт йорто етәксеһе Роза Хәйруллина, Баймаҡ телерадиотапшырыуҙар студияһы хәбәрсеһе Айгөл Ишемғужина (Иҙелбаева) еңеүсе булды.
«Ҡатын-ҡыҙ — бизнес-леди» номинацияһында «Бай өҫтәле» кооперативы рәйесе Гөлнара Солтанбаева, Күгәрсен районының «Ете ҡыҙ» ательеһы етәксеһе Әминә Әҙелғужина, Дүртөйлө районының «Аҡыллы бесәй» баланы үҫтереү үҙәге директоры Гүзәл Рәшитова еңеп сыҡты.
Бөтә ҡатын-ҡыҙҙарға дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды, улар өсөн Башҡортостандың сәнғәт оҫталары сығыш яһаны. Байрам барышында 17 уңышлы, билдәле ҡатын-ҡыҙ Рәбиға Ҡушаева исемендәге «Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе» миҙалы менән бүләкләнде.