Мәсетле тормошо
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Ноябрь 2019, 17:20

Этнографик диктант-2019

1 ноябрҙә Рәсәйҙең бөтә субъекттарында ла һәм сит илдәрҙә “Ҙур этнографик диктант” Бөтә Рәсәй акцияһы үтте.

Рәсәйҙә был күләмле акция инде дүртенсе йыл рәттән уҙғарыла. Диктант халыҡтың этнографик грамота кимәлен, уларҙың Рәсәй халыҡтары тураһындағы белемдәрен баһаларға мөмкинлек бирә.

Башҡортостанда диктант 55 майҙансыҡта үтте. Мәсетле районында ҡатнашыусылар һаны 35 кеше тәшкил итте. Бер ҡатнашыусы мөмкин булған 100 балдан 86 йыйҙы.