Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Август 2019, 17:02

Һалдаттың туғандарын эҙләйҙәр

РФ Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһы депутаты Илдар Бикбаевтың социаль селтәрендә “Русь” эҙләү отрядының 1918 йылғы Дмитрий Макеевич Швалевтың мәйет ҡалдыҡтары табылыуы тураһында хәбәр баҫылған. Һалдат 1941 йылдың 20 сентябрендә Мәсетле хәрби комиссариаты тарафынан алынған була. Яугир званиеһы – ҡыҙылармеец. 1942 йылдың октябрендә хәбәрһеҙ юғалған.

Мәйет ҡалдыҡтары Ленинград өлкәһе Киров районының Гайтолово ауылында табылған.

Мәсетле районы Жвакин ауылында туғаны Татьяна Саватеевна Швалеваның барлығы билдәле. Шулай уҡ яугирҙың 1921 йылғы энеһе Михаил булған, ул да хәбәрһеҙ юғалған. Энеһенең тыуған урыны тип Свердловск өлкәһе Әртә районы Яңы Златоуст ауыл советы Инсеғол ауылы иҫәпләнә.

Һалдаттың республиканан һәм Свердловск өлкәһенән туғандары эҙләнелә.