Мәсетле тормошо
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Август 2019, 16:00

Рәсәйҙә уҡыусыларға дәрестә мобиль телефонды ҡулланыуҙы сикләргә тәҡдим итәләр

Роспотребнадзор, Мәғариф министрлығы, Рособрнадзор һәм Рәсәй Фәндәр академияһы дөйөм белем биреү ойошмаларында мобиль телефондарҙы файҙаланыу тәртибе тураһында методик тәҡдимдәр әҙерләне, тип яҙа ТАСС.

Ведомстволар дәрестә кеҫә телефонын ҡулланыуҙы сикләргә, ә белем биреү ойошмаһына ингәндә уны «тауышһыҙ» режимға күсерергә кәңәш бирә.


Тыйыу ҡәтғи түгел, ҡарарҙы мәктәп ҡабул итә. Сикләү һаулыҡ торошо буйынса ошондай ҡулайламаларға мохтаж балаларға (мәҫәлән, шәкәр диабеты булғанда ҡандағы шәкәрҙе үлсәү өсөн), шулай уҡ уҡытыусыларға һәм ата-әсәләргә ҡағылмай.


Тәҡдимдәр халыҡ-ара тәжрибәне анализлау нигеҙендә әҙерләнгән: гаджеттарҙы оҙаҡ ваҡыт файҙаланыу психиканың ҡаҡшауына, гиперәүҙемлеккә, ҡуҙғыусанлыҡҡа, йоҡоноң боҙолоуына, шулай уҡ аҡыл эшмәкәрлегенең түбәнәйеүенә, хәтерҙең насарайыуға килтереүе мөмкин.