Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Май 2019, 11:33

Владимир Путин Башҡортостандан күп балалы ғаиләне «Ата-әсәлек даны» ордены менән бүләкләне

Ете бала һәм бөтәһе лә үҙҙәренеке. Өфөнән Лариса һәм Алексей Сайрановтар шундай байлыҡҡа эйә. Улар 23 йыл бергә, ошо ваҡыт эсендә ике малайға һәм биш ҡыҙға ғүмер бүләк итеп өлгөргән.

22 йәшлек Мария — Башҡорт медицина университетының дүртенсе курс студенты, 19 йәшлек Владимир — Өфө дәүләт авиация техник университетының беренсе курс студенты, 17 йәшлек Виктор — Муса Гәрәев исемендәге башланғыс осош әҙерлеге менән Өфө мәктәп-интернатының 10-сы класс кадеты, ике уҡыусы ҡыҙ — Екатерина һәм Анастасия, ә Наталья һәм Татьяна балалар баҡсаһына йөрөй.


Сайрановтарҙың балалары белемле генә түгел, талантлы ла, спорт менән дә шөғөлләнә. Вова — Башҡортостандың фехтование йыйылмаһы ағзаһы, ә Виктор спорт көрәше һәм самбо менән мауыға. Уларҙың республика, бөтә Рәсәй ярыштарында яулаған миҙалдары бар. Екатерина — Башҡортостандың бадминтон йыйылмаһы ағзаһы, Анастасия бер юлы ике коллективта бейей, уның тәүге уҡытыусыһы һүҙҙәренсә, шиғырҙы ла бик матур итеп уҡый.


Ата-әсә балалары өсөн шатланып бөтә алмай, ләкин өйҙә бөтә ғаиләне бергә йыйыу йылдан-йыл ҡатмарлаша барыуын йәшермәй.


«Бөтәһенең дә өйҙә һәм һау-сәләмәт булыуы, бер кем өсөн дә борсолмау — беҙҙең өсөн бәхет», — ти ғаилә башлығы Алексей.


Сайрановтарҙың атаһы төҙөлөш компанияһында беренсе класлы водитель булып эшләй, ә Лариса — офиста йыйыштырыусы. Ләкин күп балалы ғаилә аҡса етмәүгә зарланмай. «Бәхет аҡсала түгел», тиҙәр улар.


Ете баланы яҡшы тәрбиәләгәндәре һәм рәсәйҙәргә күркәм өлгө булғандары өсөн Сайрановтар Кремль һарайына ил президенты Владимир Путинға саҡырылды. Унда ата-әсәгә «Ата-әсәлек даны» ордены һәм 100 мең һум күләмендә матди ярҙам тапшырылды. Дәүләт башлығы указға 2018 йылдың йәйендә ҡул ҡуйғайны.