Хеҙмәт министрлығының эш ваҡытын аҙнаһына 36-нан 40 сәғәткә тиклем арттырыу тураһындағы инициативаһы төп эшенән тыш шаҡтай хужалыҡ йөкләнешен алып барған миллионлаған ҡатын-ҡыҙҙарға ҡағыласаҡ. Быға юл ҡуйырға ярамай. “Рәсәй ауылы” проекты федераль координаторы, Дәүләт Думаһы депутаты Владимир Плотников ошо хаҡта әйтте.
“Киң мәғлүмәт сараларында Хеҙмәт министрлығында ауыл ҡатын-ҡыҙҙары өсөн ҡыҫҡартылған эш аҙнаһын бөтөрөү тураһындағы инициатива ҡарала, тигән мәғлүмәт барлыҡҡа килде. Беҙ, быға юл ҡуйырға ярамай, сөнки ауылда эшләүсе миллионлаған ҡатын-ҡыҙ хужалыҡ буйынса шаҡтай йөкләнеш алып бара, тип иҫәпләйбеҙ. Эшһеҙлекте һәм социаль көсөргәнешлекте яһалма арттырыу сараларын күрергә түгел, ә ауылдың социаль өлкәһен алға ебәрергә кәрәк”, – тине Плотников.
“Эш сәғәттәрен оҙайтыу һәр ауыл ғаиләһенә тиерлек ҡағыласаҡ. Хеҙмәт министрлығының инициативаһы дәүләттең ауылда тормош сифатын арттырыу буйынса алып барған ғәйәт ҙур эшенә ышанысты ҡаҡшатырға һәләтле”, – тип һығымта яһаны парламентарий.
“Берҙәм Рәсәй” Бөтә Рәсәй
партияһының матбуғат хеҙмәте.