Бөтәһе 14 һорау булды. Уларҙың ҡайһы берҙәренә яуаптарҙы баҫтырабыҙ.
– Ауыл үҙәгендә ҡасан бассейн барлыҡҡа килер? Яңы магазиндар төҙөлә, ә балалар өсөн дә, урта йәштәгеләр өсөн дә, пенсионерҙар өсөн дә ял итеү һәм күңел асыу урындары юҡ.
– Магазин – ул шәхси инвестиция, ул ауылдың йөҙө. Миҫал өсөн Тракт урамының төҙөкләндерелгән өлөшөн алайыҡ. Яңы сауҙа объекттарын асыу – ул шулай уҡ яңы эш урындары. Конкуренцияның артыуына килтерә.
Эш сәфәре сиктәрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Спорт министрлығына Оло Ыҡтамаҡ ауылында бассейн менән физкультура-һауыҡтырыу комплексын төҙөү мөмкинлеген ҡарарға ҡушты. Район хакимиәте бөтә кәрәкле документтар әҙерләне һәм төҙөлөш өсөн ер участкаһын билдәләне. Шулай уҡ проектлауға техник задание ҡаралды, ул дәүләт экспертизаһының ыңғай һығымтаһын алды. Проекттың хаҡы билдәләнде. Проектлау һәм төҙөлөш өсөн финанс бүлеү тураһында ҡарар көтөлә. Әлегә финанслау сығанағы билдәләнмәгән.
– Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы Тракт урамында тротуар булырмы?
– Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының “Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” программаһы бар. Был программа буйынса быйыл Мелиораторҙар урамында тротуар барлыҡҡа килде, туҡталыш яһалды. Ошо уҡ программа буйынса Тракт урамындағы тротуарҙы төҙөкләндереүгә заявка бирелде. Алдан беҙҙең заявка конкурс үтте. Әгәр барыһы ла үҙгәрешһеҙ ҡал-һа, Тракт урамында 2026 йылда тротуар барлыҡҡа киләсәк.
– Мәләкәҫ ауылынан Әләгәҙгә тиклем юлда асфальт булырмы?
– Был – районда көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе. Әләгәҙ ауылынан Мәләкәҫкә тиклем юлға асфальт түшәү өсөн 400 миллион һум самаһы аҡса кәрәк. Район бюджетында был аҡса юҡ. Башҡортостан Республикаһының 2025-2027 йылдарға юл фонды аҡсаһы бүленгән дә инде. Әгәр өҫтәмә аҡса килеп сыҡһа, юл мәсьәләһе ҡараласаҡ. Хәҙер юлды йыл әйләнәһенә раҫланған график буйынса хеҙмәтләндерәләр. Һуңғы тапҡыр уны 20 һәм 24 ноябрҙә грейдер менән тигеҙләнеләр. Туҙған участкалар, ҡырсынташ һалып, ремонтланды.
– Әлеге ваҡытта Әләгәҙ ауылының үҙәк өлөшөндәге һыу ҡыуҙырыу башняһы бик насар хәлдә: конструкцияһы бөтә яҡтан да серегән һәм ямалған. Был проблеманы хәл итеү мөмкинлеген ғәмәлдәге программалар сиктәрендә ҡарауҙы йәиһә ремонтҡа кәрәкле аҡса бүлеүҙе һорайбыҙ.
– Әләгәҙ ауыл биләмәһендә әлеге ваҡытта халыҡ ҡатнашлығында “Урындағы башланғыстарға ярҙам” программаһы буйынса йыйылыштар үткәрелә. Ауылдың үҙәк өлөшөндә һаҡлау һәм идара итеү системаһы менән яңы һыу ҡыуҙырыу башняһын ҡуйыу өсөн 1600000 һум самаһы аҡса талап ителә. Әгәр халыҡ был проектты хуплаһа, республика 1200000 һумға тиклем аҡса бүлә (ауыл биләмәһе бюджетынан 156000 һум, халыҡтың берлектә финанслауы – 110221 һум һәм бағыусылар ярҙамы – 112000 һум).
Иҫегеҙгә төшөрәм: 2016 йылдан “Урындағы башланғыстарға ярҙам” программаһы сиктәрендә 76 проект конкурс буйынса һайлап алыуҙы уңышлы үтте. Шулай итеп, район халҡы күтәргән проекттарҙы тормошҡа ашырыуға һәм мәсьәләләрҙе хәл итеүгә 46 миллион һум самаһы йүнәлтелгән (шул иҫәптән республика бюджетынан – 37 миллиондан ашыу, ҡалған аҡса – муниципаль бюджеттан, халыҡтан һәм бағыусыларҙан).
– Яңымишәрҙәрҙе ауыл мәҙәниәт йортон ремонтлау мәсьәләһе борсой.
– Ошо көндәрҙә Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы “Кесе Ватан мәҙәниәте” проекты буйынса ярҙам аласаҡ ауыл мәҙәниәт йорттары исемлеген иғлан итте. Улар араһында Яңы Мишәр клубы ла бар. Аҡсаны урындағы мәҙәниәт йортоноң ҡыйығына капиталь ремонт үткәреүгә йүнәлтеү планлаштырыла.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: был ауылда халыҡ юғары кимәлдәге әүҙемлек һәм яуаплылыҡ менән айырылып тора. Уларҙың эшен республиканың ошондай уҡ ауылдары араһында өлгөлө тип иҫәпләргә мөмкин. Ауыл биләмәһенең бөтә учреждениелары һәм ойошмалары, шул иҫәптән клуб, мәктәп, хакимиәт һәм “Йондоҙ” ауыл хужалығы предприятиеһы бергәләп эшләй һәм ҡуйылған бурыстарҙы һөҙөмтәле хәл итә. Быны ауылдың “Айыҡ ауыл” республика конкурсында еңеүҙәре раҫлай. Конкурста еңеү һөҙөмтәһендә ике миллион һумға яҡын суммаға яңы уйын майҙансыҡтары булдырылды.
Бынан тыш, быйыл Яңы Мишәр ауылы Мәҙәни башланғыстар Президент фондында еңеүселәрҙең береһе булды. Уның ярҙамында “Ҡомартҡы” ғәмәли ижад клубы асыу өсөн миллион ярым һум күләмендә федераль субсидия бирелде.
– 2026 йылда Пионерҙар һәм уҡыу-сылар йортон капиталь ремонтлау планлаштырыламы? Был бина буйынса икенсе һорау бар: бинаның фасады яңыртылырмы?
– Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто бинаһының фасады яраҡлы хәлдә. Электр менән тәьмин итеү системаһын яҡшыртыу, үҙгәртеп ҡороу кәрәк. Пионерҙар һәм уҡыусылар йортон һәм Йәштәр үҙәген бер бинала урынлаштырыу планлаштырыла. Был эштәрҙе ғәмәлгә ашырыуға сығанаҡтар бар. “Берҙәм Рәсәй” партияһы 2450000 һум аҡса бүлә. Был балалар һәм хеҙмәткәрҙәр өсөн лайыҡлы шарттар булдырырға мөмкинлек бирәсәк.
Ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы халыҡ Мәсетле районы хакимиәте сайты аша йәиһә “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге берләшмәгә бирә ала (“Проблема тураһында хәбәр итеү” виджетын табып, һорау яҙырға мөмкин).
Бынан тыш, кесаҙна һайын иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 12-гә тиклем һорауҙар менән район хакимиәте башлығына шәхсән килергә мөмкин. Яҙылыу өсөн телефон: 8 (34770) 2-03-15.