Совет эшенең көн тәртибенә индерелгән төп мәсьәләләр райондың социаль-иҡтисади үҫешенә, торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа, бюджет процесына, урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлегенә ҡағылды. Граждандарҙың урындағы әһәмиәттәге мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ҡатнашыуын тәьмин итеү маҡсатында муниципаль район Советы дүрт асыҡ тыңлау тәғәйенләне.
Депутаттар корпусының иғтибары нәҡ Совет компетенцияһындағы урындағы әһәмиәттәге мәсьәләләргә йүнәлтелде.
Мәсьәләләрҙе алдан ҡарау һәм әҙерләү, ҡарар проекттарын һәм аныҡ сараларҙы әҙерләү, шулай уҡ контролдә тотоу функцияларын тормошҡа ашырыу өсөн муниципаль район Советында өс даими комиссия эшләй. Район Советының даими комиссиялары йәмғеһе 25 ултырыш үткәргән. Ауыл биләмәләренең биләмә инфраструктураһын үҫтереү буйынса төрлө программаларҙа һәм проекттарҙа ҡатнашыу мәсьәләләре Советтың айырым контроленә алынған.
Депутаттарҙың бурысы – халыҡ менән даими диалог. Улар һайлаусыларҙың наказдарын, халыҡтың теләктәрен башҡарма власҡа еткерергә һәм бөтә тәҡдимдәр иҫәпкә алынһын, ә проекттар, программалар ваҡытында һәм сифатлы үтәлһен өсөн контролдә тоторға тейеш.
– Бишенсе саҡырылыш депутаттар корпусының вәкәләттәре дауам итә. Беҙҙе ҙур эштәр көтә, халыҡтың ышанысын аҡлау мөһим. Иғтибарҙы өҫтөнлөклө мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йүнәлтергә кәрәк. Бишенсе саҡырылыш депутаттар корпусына, хакимиәт башлығы Әнис Ҡасим улына һәм район хакимиәтенә, ауыл биләмәләре башлыҡтарына, йәмәғәт ойошмаларына һәм битараф булмаған район халҡына хеҙмәттәшлек һәм һөҙөмтәле эш өсөн рәхмәт белдерәм, – тине Зөлфиә Хәтмулла ҡыҙы, үҙ сығышын йомғаҡлап.
Мәсетле районы хакимиәте эшмәкәрлеге менән хакимиәт башлығы Әнис Әсәҙуллин таныштырҙы.
Сығышын ул махсус хәрби операция темаһынан башланы:
– Заман геройҙары – алғы сафта. Тап улар бөгөн Рәсәй яҙмышын, уның киләсәген хәл итә. Ирекмән булырға ҡарар иткән, хәрби бурыстарҙы хәл итеү өсөн өлөшләтә мобилизация сиктәрендә хәрби бурыс үтәргә саҡырылған яҡташтарыбыҙға рәхмәт белдерәм. Беҙҙең райондан 200-ҙән ашыу егет Ватан мәнфәғәттәрен яҡларға баҫты. Улар хәрби бурысын намыҫ менән үтәй. Беҙ фронттан уларҙың ҡаһарманлыҡтары тураһында яҡшы хәбәрҙәр алабыҙ. Улар араһында Шайморатов, Жуков, Суворов ордендары һәм миҙалдары, “Батырлыҡ өсөн”, “Хәрби ҡыйыулыҡ өсөн” миҙалдарына лайыҡ булыусылар бар. Үкенескә күрә, хәрби хәрәкәттәр юғалтыуһыҙ үтмәй. Геройҙарҙың батырлығы бер ваҡытта ла онотолмаясаҡ.
Әнис Ҡасим улы социаль блокка, төҙөлөш һәм йәшәйеште тәьмин итеү бүлегенә һәләк булған яугирҙар иҫтәлегенә мемориал проектын әҙерләргә ҡушты.
Махсус хәрби операция барышында башын һалған яугирҙар иҫтәлегенә бер минут тынлыҡ иғлан ителде.
Әнис Әсәҙуллин торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһенә лә ҡағылды. Республика ярҙамы менән быйыл Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы ике күп фатирлы йорттоң ҡыйығына ремонт үткәреү планлаштырылған. Шулай уҡ халыҡ менән осрашыуҙан һуң Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусының әсәһе йәшәгән Әләгәҙ ауылындағы күп фатирлы йорттоң ҡыйығын ремонтларға кәрәк.
Радий Хәбировтың эш сәфәре йомғаҡтары буйынса Мәсетле районы сиктәрендә Оло Ыҡтамаҡ – Йонос – Йосоп – Дүшәмбикә автомобиль юлын төҙөү буйынса яҡынса документтар әҙерләй башлау күҙаллана.
Районда кадрҙар етешмәүе мәсьәләһе киҫкен тора, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Әнис Ҡасим улы. Был айырыуса һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә хас.
– Кадрҙар менән тәьмин ителеш – ул беҙҙең, шул иҫәптән ауыл биләмәләре башлыҡтарының, мәктәп директорҙарының дөйөм хәстәрлеге. Районға белгестәр йәлеп итеүҙе һәр кемдең үҙенең мөһим бурысы тип иҫәпләүен һорайым, – тип билдәләне ул.
Үҙенең сығышында ул шулай уҡ ауыл хужалығы, мәғариф, төҙөкләндереү, спорт һәм мәҙәниәт өлкәһендә үткән йылға йомғаҡ яһаны.
Мәсетле районы хакимиәте башлығы билдәләүенсә, граждандарҙың мөрәжәғәттәре – йәмғиәттәге кәйефтең асыҡ һәм аныҡ күрһәткесе, власҡа ышаныс индикаторы. Әйтәйек, 2023 йылда граждандарҙан 398 яҙма мөрәжәғәт теркәлгән: “Кире бәйләнеш платформаһы” системаһы аша – 35, “Инцидент-менеджмент” аша – 184. Етмештән ашыу граждан ҡабул ителгән. Граждандарҙы күсмә ҡабул итеүҙәр ойошторола.
– Муниципаль район хакимиәте киләсәктә лә граждандарҙың мөрәжәғәттәрен ҡарауҙы яҡшыртыу һәм халыҡтың мөһим проблемаларын хәл иткәндә һөҙөмтәле саралар ҡабул итеү буйынса эште дауам итәсәк, – тине Әнис Ҡасим улы. – Хөрмәтле башлыҡтар, депутаттар һәм етәкселәр, халыҡ менән әүҙем эшләүегеҙҙе һорайым. Йышыраҡ осрашырға, аралашырға, кешеләрҙе нимә борсоуы хаҡында белергә кәрәк. Ағымдағы йыл Башҡортостан Республикаһында Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек күреү йылы тип иғлан ителде. Беҙ бындай кешеләр үҙҙәрен яңғыҙ тоймаһын, хеҙмәт итә, спорт һәм ижад менән шөғөлләнә алһын өсөн барыһын да эшләргә тейеш. Мартта Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлаясаҡбыҙ, сентябрҙә республика Башлығын, район Советы депутаттарын һайлау үтәсәк. Был сәйәси ваҡиғалар ил халҡын тағы ла нығыраҡ берләштерер, билдәләнгән маҡсаттарға ирешеү өсөн бөтә сәйәси көстәрҙе бергә туплар, тип ышанам.
Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА әҙерләне.