Мәсетле районы хакимиәтенең граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса баш белгесе Ринат Кәримов сарала ҡатнашыусыларҙы муниципаль районда янғын буйынса оператив хәл, уның эҙемтәләре күрһәткестәре менән таныштырҙы.
Белгес хәбәр итеүенсә, йыл һайын көҙгө-ҡышҡы йылытыу миҙгеле башланыу менән янғындар һәм унда вафат булыусылар һаны арта. 2021 йылда район территорияһында 64 янғын осрағы теркәлгән. Янғын сығыуҙың төп сәбәбе – электр ҡорамалдарын ҡулланыу һәм мейес менән файҙаланыу ҡағиҙәләрен боҙоу.
Мәсетле районы территорияһында юғары янғын сығыу хәүефен иҫәпкә алып, янғын менән хәлде тотороҡландырыу маҡсатында ут сығыуҙы иҫкәртеү буйынса өҫтәмә саралар ҡабул ителде: урындағы үҙидара органдары, халыҡты социаль яҡлау, эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре, депутаттар һәм ирекмәндәр ҡатнашлығында ауылдарҙа йорт буйлап профилактика төркөмө эшен әүҙемләштерергә. Иң беренсе сиратта, күп балалы, ауыр тормош шарттарында йәшәгән һәм бәләкәй балалар тәрбиәләнгән ғаиләләрҙең янғын хәүефһеҙлеге буйынса торлаҡ торошон тикшереү буйынса рейд үткәрергә; янғын һәм башҡа хәүефтән мөлкәтте страховкалау, янғынды иҫкәртеүсе ҡорамал урынлаштырыу һәм һыу һауыттары ҡуйыу тураһында халыҡ менән аңлатыу эшен алып барырға; янғын ваҡытында һыу алыу сығанаҡтары торошон яҡшыртыу буйынса эште ойошторорға; йәшәү шарттары тейешле кимәлдә булмаған һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙең өйҙәрендә мейес һәм электр утын ремонтлауҙа ярҙам итеү мөмкинлеген ҡарарға.
Шулай уҡ кәңәшмәлә “Йоҡа боҙ” профилактика операцияһы сиктәрендә кешеләрҙең һыу ятҡылыҡтарында хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мәсьәләһе ҡаралды.
Йыйылышты йомғаҡлап, район хакимиәте башлығы янғынға бәйле һәм һыу ятҡылыҡтарында хәүефһеҙлек саралары буйынса эштәрҙе дауам итергә бойорҙо.