Мәсетле тормошо
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы үҙидара
23 Апрель 2021, 12:25

Тәүге сертификаттар тапшырылды

Йәмғиәт

БР Хөкүмәтенең 2020 йылдың 13 октябрендәге “Өс йәки унан күберәк балиғ булмаған йәштәге балалары булған граждандарға, шулай уҡ балиғ булмаған инвалид балаһы булған граждандарға торлаҡ шарттарын яҡшыртыу маҡсатында милеккә бушлай ер участкаһы урынына бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләү биреү тәртибен раҫлау тураһында” 601-се ҡарарына һәм БР Ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлығының 2020 йылдың 12 апрелендәге “Башҡортостан Республикаһы бюджеты иҫәбенән 250 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләү алыуға хоҡуғы булған граждандар исемлеген раҫлау тураһында” бойороғона ярашлы, Мәсетле районы граждандары В. Р. Краснорудскаяға, А. З. Абдуллинаға, Д. Н. Хәйруллинаға, Г. Р. Хафизоваға бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләүгә сертификат тапшырылды.