Ғәҙәттәгесә йыйылыштарҙа район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин, уның урынбаҫарҙары, райондың төрлө ведомстволары етәкселәре, хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашты.
Ростов ауыл биләмәһе башлығы Ирек Ғәлимов 2019 йыл йомғаҡтары тураһында һөйләп бирҙе. Теләш ауылындағы ФАП-тың ремонтланыуы, Теләш менән Тәкә ауылы араһындағы юлдың йүнәтелә башлауы, урамдарға 14 яҡтыртҡыс һәм ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы йыйыу өсөн 62 контейнер ҡуйылыуы тураһында әйтте. “Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү” программаһына ярашлы, Теләш ауылы мәҙәниәт йорто ремонтланған, Теләш һәм Тәкә ауылдарында ҡаты япмалы ике автобус туҡталҡаһы ҡоролған.
Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Илһам Әхкәмовтың ейәне олатаһы хөрмәтенә Ишәле ауылында “Илһам” мәсете төҙөгән.
Ирек Ғәлимов ирекле янғын һағы эшен билдәләп үтте һәм янғын һүндереү машинаһын төҙөк хәлдә тотоусы Фәнил Рамазановҡа рәхмәт һүҙҙәре белдерҙе. Шулай уҡ өйҙәрҙе номерлау һәм малдарҙы биркалау буйынса эштәр башҡарылған.
Ауыл хужалығы торошо тураһында район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Вадим Садиҡов һөйләне.
Хакимиәт башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлназ Ҡадирова ауыл биләмәһе тормошоноң социаль яғын яҡтыртты һәм 2020 йылға пландар тураһында бәйән итте.
Төҙөлөш, иҡтисад һәм йәшәйеште тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса урынбаҫар Азамат Ҡәләмов сығыш яһаны.
Халыҡ әүҙем булды, һорауҙар бир-ҙе. Урындағы кешеләрҙе кеҫә телефоны бәйләнешенең булмауы, урамдарҙың эстетикаһы, ташландыҡ биналар, юлдарҙың торошо, ҙур күләмле сүп-сарҙы сығарыу проблемаһы борсой. Газ хеҙмәтенең хеҙмәтләндереү тарифтары юғары булыуына ла халыҡ асыу белдерҙе. Ишәле ауылы кешеләре күперҙең йөк һыйҙырышлығы мәсьәләһен күтәрҙе. Сығыштарҙың башҡорт телендә булыуын теләне.
Яңы Мөслимдә Оло Ыҡтамаҡ ауыл биләмәһе башлығы Альберт Ғилметдинов 2019 йылдың ыңғай мәлдәрен билдәләп үтте. Бында Еңеү паркын яңыртыу төп ваҡиға булған. Иҫке ағастарҙы алғандар, матур эскәмйәләр ҡуйғандар. Ауыл биләмәһе буйлап шулай уҡ 150 яҡтыртҡыс монтажлағандар һәм 100-ҙән ашыу лампаны энергия һаҡлаусылары менән алмаштырғандар. Юлдарҙағы соҡор-саҡырҙар ямалған.
Сығыштарҙан һуң, бында йәшәүселәр ауыл мәҙәниәт йортоноң булмауына зарланды. Был проблема күп йылдар инде хәл ителмәй. Уның иҫке бинаһы ауылды йәмһеҙләп кенә ултырмай, ә ҡурҡыныс тыуҙыра.
Күп балалы әсә йыл һайын ҡар һыуҙарының уның өйөн ауылдан айырыуына борсола.
Янғын хәүефе, янғын һүндереүселәрҙең килеп етеү мәсьәләһе менән бәйле проблемаларға ҡағылдылар.
Көнгә йомғаҡ яһап, район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин граждандарҙың һәр йылғы йыйылыштары арҡаһында күп мәсьәләләрҙе хәл итеп булыуын һәм бары тик үҙ-ара аңлау булғанда ғына, дөйөм тырышлыҡ менән һөҙөмтәләргә ирешеү мөмкинлеген билдәләне.