Бөтә яңылыҡтар
Урындағы үҙидара
10 Март 2020, 18:00

Кесеыҡтамаҡтар һәм ҡорғаттар ни теләй?

Кесе Ыҡтамаҡ һәм Ҡорғат ауыл биләмәләрендә халыҡ йыйылыштары 3 мартта булды. Уларҙа район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин район территорияһында планлаштырылыусы әһәмиәтле ваҡиғалар тураһында һөйләне.

Кесе Ыҡтамаҡ ауыл биләмәһе хакимиәтенең 2019 йылдағы эшмәкәрлеге тураһында отчет менән уның башлығы Степан Гуштюк сығыш яһаны. Докладында ул ауылдар тормошоноң барлыҡ өлкәләрендәге проблемалы мәсьәләләргә ҡағылды, шулай уҡ ағымдағы йылға планлаштырыл-ған төҙөкләндереү саралары тураһында һөйләне.– Ауыл биләмәһенә килгән теләгән бер кеше, барыһынан да элек, таҙалыҡ менән тәртипкә иғтибар итә. Төҙөкләндереү проб-лемаһы – ул финанстар ғына түгел, ә кешелек факторы ла. Беҙ барыбыҙ ҙа бер ауыл биләмәһе кешеләре, һәм һәр ауылда тағы ла таҙараҡ, тағы ла яҡшыраҡ булыуын теләйбеҙ, – тине Степан Аурелович.Шул маҡсатта ҡышҡыһын урам юлдары ҡарҙан, йәйгеһен сүп-сарҙан таҙартыла, дөйөм ҡулланылыштағы урындар сабыла. Халыҡ йорт хужалыҡтарында биналар фасадтарын, кәртә-ҡураларын тәртипкә килтерә. Йыл һайын, традиция буйынса, апрелдә шәмбе өмәләре башлана. Уларҙа, нигеҙҙә, 50-60 кеше ҡатнаша. Улар мәктәп, мәҙәниәт, почта һәм хакимиәт хеҙмәткәр-ҙәре. Ауыл Советы башлығы биләмә хал-ҡына ойошторолоусы шәмбе өмәләрендә әүҙемерәк ҡатнашыуҙарын үтенеп мөрәжәғәт итте.Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһы буйынса ауыл биләмәһендә үткән йыл “Василек” балалар баҡсаһының ҡыйығына капиталь ремонт яһалды. Быйыл “Түбәнге Бобин мәктәбе бинаһын ремонтлау һәм тәҙрәләрен алмаштырыу” проекты менән программала ҡатнашыуға заявка әҙерләнә.Ауыл биләмәһендә Түбәнге Бобин ауылының Баҡса һәм Мәктәп урамдарында юлды ремонтлау, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар майҙансыҡтарын йыһазландырыу, сүп-сар өсөн контейнерҙар һатып алыу, Кесе Ыҡтамаҡ ауылының Тракт урамында тротуар төҙөү, урам яҡтыртылышын модернизациялау планлаштырыла.Ауылдар халҡы сходта һыу менән тәьмин итеү, Кесе Ыҡтамаҡ һәм Түбәнге Бобин ауылдары араһындағы юлға асфальт йәйеү, үҙәк район дауаханаһының көндөҙгө стационарында койко-урындар, янғын һүндереү автомобиле менән тәьмин итеүгә ҡағылышлы мәсьәләләрҙе күтәрҙе.Кесе Ыҡтамаҡ ауыл биләмәһе буйынса: халыҡ һаны – 1306, мәктәп уҡыусылары – 165, балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре – 110, 2019 йылда 13 бала тыуған, 12 кеше үлгән, 12 пар никахын теркәгән, 10 – айырылған.
Ҡорғат ауыл биләмәһе башлығы Илфат Мәүликаев сығышында былтыр хакимиәт тарафынан уҙғарылған сараларҙы билдәләп үтте. Атап әйткәндә, Ҡорғат һәм Юлай ауылдарында урам яҡтыртҡыстары ремонтланған, сүп контейнерҙары һатып алынған, сүп-сар майҙансыҡтарына ҡоймалар, Ҡорғат ауылында балалар майҙансығын кәртәләү ҡоролмаһы әҙерләп ҡуйылған.Быйыл “урындағы башланғыстарға ярҙам итеү” программаһы иҫәбенә мәктәптә капиталь ремонт яһау, “Берҙәм Рәсәй” Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының “Реаль эштәр” проектына ярашлы балалар баҡсаһында уйындар өсөн йәйге веранда эшләү, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына обелиск ҡуйыу, Ҡорғат ауылы шишмәһе территорияһын төҙөкләндереү, аҫылмалы күпергә яҡтылыҡ үткәреү, Аръяҡ һәм Азатлыҡ урамдары юлдарын ремонтлау планлаштырыла.Ауыл биләмәһе территорияһында Аҡа йылғаһы аша күпер төҙөлөшө бара, уны ошо йылдың 30 сентябренә тамамлау күҙ уңында тотола.Ауыл биләмәһендә йәшәүселәр һорау-ҙарҙы әүҙем бирҙе. Улар шәхси ярҙамсы хужалыҡта үҫтерелгән картуфты нисек һатырға була, һыу башняһын кем һүтеп алған, тип һораны. Ауыл кешеләре биләмә территорияһында тәүлек әйләнәһенә йәшерен алкоголь һатыу менән шөғөлләнгән граждандар күп булыуына зарланды. Улар өсөн шулай уҡ газ үткәреү һәм транспорт мәсьәләләре киҫкен булып ҡала.Ауыл биләмәһендә малдарҙы иректә йөрөтөү проблема булып тора. Был мәсьәләне хәл итеү юлдарының береһе сифатында район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Вадим Саҙиҡов малдар хужаларына бергәләп электрокөтөүсе һатып алырға тәҡдим итте. Шулай уҡ ул мал көтөү ҡағиҙәләрен боҙған өсөн административ штрафтар тураһында иҫкә төшөрҙө. Ҡорғат ауыл биләмәһе буйынса: халыҡ һаны – 521, 2019 йылда ике бала тыуған, 9 кеше үлгән, өс пар никахын теркәгән, берәү – айырылған.