Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы үҙидара
10 Март 2020, 20:00

Граждандар менән диалог

Дыуан-Мәсетле һәм Яңы Яуыш ауыл биләмәләрендә граждандар йыйылышы үтте. Унда район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин, уның урынбаҫарҙары, төрлө тармаҡтар етәкселәре һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашты.

Дыуан-Мәсетле ауыл биләмәһендә йыйылышты уҡыусылар ҡатнашлығында концерт менән асып ебәр- ҙеләр. 2019 йылда башҡарылған эштәр тураһында ауыл хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе Ира Иштуғанова һөйләне. Шулай итеп, бюджеттан бүленгән аҡсаға юлдар ремонтланған, урамдарҙы яҡтыртыу яйға һалынған, мотопомпа, сүп өсөн контейнерҙар, ут һүндереү ҡорамалы, янғын һүндереү шлангыһы һатып алынған, электр энергияһы өсөн түләнгән. “Берҙәм Рәсәй” партияһы программаһы буйынса балалар майҙансығы ҡуйылған. Халыҡтан йыйылған аҡсаға зыяраттың ҡоймаһы ремонтланған. Ауылдарҙа шулай уҡ шәмбе өмәләре әүҙем уҙған. Халыҡ йыйылышҡа күп килгәйне. Уларҙың үтенесе буйынса сығыш яһаусылар башҡорт телендә һөйләне. Йыйылыусылар етәкселәрҙең мәғлүмәттәрен ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңланы, һорауҙар күп булды. Халыҡты Ғүмәр ауылында шәп тиҙлектәге интернеттың булмауы, юлдар торошо, ҡайһы бер урамдарҙа газ булмауы борсоуға һала, ауыл мәҙәниәт йорто төҙөү проекты менән ҡыҙыҡһындылар, трассала малдарҙы ҡыуыу өсөн махсус билдә ҡуйыу- ҙарын һоранылар. Ауылда стационар дауахана мәсьәләһе лә әйтеп үтелде. Күп һорауҙарға яуаптар алынды. Хәл итәһе проблемалар күп булыуға бәйле район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин апрель башында бында йәнә килергә вәғәҙә бирҙе.Яңы Яуыш ауыл биләмәһендә хакимиәт башлығы Рөстәм Әхмәтйәнов та былтыр башҡарылған эштәрҙе барланы: Иҫке Мишәр ауылында юлдар-ҙы ремонтлағандар, балалар майҙансығын кәртәләгәндәр, “Урындағы башланғыстарға ярҙам” программаһы буйынса зыяраттың кәртәһен ремонтлағандар, урамдар яҡтыртылышы көйләнгән, ауылдың исеме менән күрһәтеүсе билдә, янғын тураһында хәбәр иткестәр ҡуйылған, ярҙарҙы нығытыу проекты булдырыу, газ үткәреү буйынса эштәр алып барыла.Яңы Яуыш ауыл биләмәһе халҡы үҙҙәрен борсоған һорауҙарҙы бирҙе, үҙ фекерҙәрен еткерҙе. Уларҙы һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге мәсьәләләр, бигерәк тә райондан йәш белгестәр-ҙең ситкә китеүе борсой. Иҫке Мишәр ауылы клубының грим һалыу бүлмәһенә бәйле һорау бирелде. Бер мөрәжәғәт тә яуапһыҙ ҡалманы.