Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы үҙидара
28 Февраль 2020, 17:23

Районда йыйылыштар дауам итә

Мәсетле районында традицион халык менән осрашып, әңгәмәләшеп, кешеләрҙе борсоған һорауҙарҙы хәл итеү йыйылыштары дауам итә.

27 февралдә Хакимиәт башлығы Әнис Әсәҙуллин, уның урынбаҫарҙары, бүлек начальниктары һәм белгестәре Оло Аҡа менән Абдулла ауыл биләмәләренә юл тотто.
Ауыл биләмәләре хакимиәттәре башлыҡтары Вадим Шаһибитдинов һәм Рәфис Носратуллин халыҡ алдында 2019 йылда бойомға ашырылған эштәр, ирешкән күрһәткестәр һәм 2020 йылға ҡуйылған маҡсаттар тураһында һөйләне.
Ауыл халҡы юлдар төҙөклөгө, маршрут автобустар һәм интернет бәйләнешенең булмауы, хужаһыҙ эттәрҙең күплеге менән бәйле һорауҙар бирҙе .
Йыйылыш тураһында тулыраҡ гәзиттең алдағы һандарында уҡығыҙ.