Район хакимиәте вәкилдәре традиция буйынса иң беренсе булып Ләмәҙтамаҡ ауыл биләмәһе кешеләре менән осрашты.
Биләмә башлығы Раил Низамов 2019 йылға ауыл биләмәһендәге эштәргә йом-ғаҡ яһап, халыҡ һаны 2018 йыл кимәлендә ҡалды, тип белдерҙе. Иртә яҙҙан төҙөкләндереү эштәре әүҙем барған: шәмбе өмәләре, ағас ултыртыу, буятыу һәм башҡалар ойошторолған.
Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһы әүҙем бойомға ашырыла. Быйыл бындағы халыҡ мәк- тәп тәҙрәләрен яңыртыу өсөн тауыш бирҙе.
Раил Юламан улының һүҙҙәренсә, ауылдарҙы ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар йыйыу өсөн контейнерҙар менән тәьмин итеү буйынса эш бара, быйыл уны дауам итеү планлаштырыла.
Ауыл биләмәһенең социаль һәм мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнашҡандары һәм баһалап бөткөһөҙ ярҙамдары өсөн ул ауыл старосталарына, ҡатын-ҡыҙҙар советтары һәм йәмәғәт ойошмалары ағзаларына рәхмәт белдерҙе.
Ауылдар халҡы, үҙ сиратында, ветеринария справкаларына һәм анализдарына хаҡтар, күпер (әйтергә кәрәк, был мәсьәлә ләмәҙтамаҡтар тарафынан беренсе йыл ғына күтәрелмәй. Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Азамат Ҡәләмов аңлатыуынса, бының өсөн тикшеренеүҙәр, проект төҙөү, материалдар һатып алыуға күп средстволар талап ителә. Әле аҡса средстволары эҙләнелә), юлдар ремонтына, аҙыҡ-түлек һәм көнкүреш кәрәк-ярағы магазиндарының булмауына ҡағылышлы һорау-ҙар бирҙе.