Бөтә яңылыҡтар
Урындағы үҙидара
21 Февраль 2020, 18:30

Эске эштәр органдарының һәм урындағы үҙидараның үҙ-ара эшмәкәрлеге

Республика башлығы Радий Хәбиров күрһәтмәһе буйынса, сираттағы оператив кәңәшмә эске эштәр органдарының урындағы үҙидара вәкилдәре менән үҙ-ара эшмәкәрлегенә бағышланды.

Унда район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин, уның урынбаҫарҙары, бүлектәр начальниктары, ауыл биләмәләре хакимиәттәре башлыҡтары, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Мәсетле районы буйынса бүлеге начальнигы Вадим Шәйхетдинов һәм полицияның участка уполномоченныйҙары ҡатнашты.
2019 йылда алкоголь продукцияһын, тәмәке изделиеларын закон-һыҙ һатыуға юл ҡуймауға, алкоголизмды иҫкәртеүгә йүнәлтелгән эш йомғаҡтары тураһында полицияның участка уполномоченныйҙары бүлеге начальнигы, полиция майоры Вадим Хәбибуллин һөйләне. Йәмәғәт урындарында иҫерек йөрөгән өсөн 481 административ протокол төҙөлгән, алкоголле эсемлектәр менән ваҡлап законһыҙ сауҙа иткән өсөн – 40, айырым территорияларҙа тәмәке тартыу-ҙы тыйған Федераль законды боҙған өсөн – 32. Шулай уҡ 3888 литр – алкоголле эсемлек, 273 ҡап тәмәке тартып алынған. Наркоманияны диагнос-тикалауҙан, иҫкәртеүҙән, дауалауҙан ситләшкән өсөн өс административ протокол төҙөлгән, табип тәғәйенләүенән тыш наркотик саралар һәм психотроп матдәләр ҡулланған өсөн – дүрт. Биш гражданға ҡарата РФ Енәйәт кодексының 228-се статьяһы буйынса (“наркотик сараларҙы за-конһыҙ һатып алыу, һаҡлау, ташыу, әҙерләү, эшкәртеү”) енәйәт эштәре ҡуҙғатылған һәм суд тарафынан ҡаралған. Ул шулай уҡ ауыл биләмәләрендә эшмәкәрлекте һөҙөмтәлерәк алып барыу өсөн терәк пункттарҙы тәртипкә килтерергә кәрәклеген билдәләне.
Административ комиссияның эшмәкәрлек йомғаҡтары менән уның рәйесе – район хакимиәтенең кадр-ҙар һәм юридик тәьминәт бүлеге начальнигы Владимир Новоселов таныштырҙы. Уҙған йыл дауамында комиссия 25 ултырыш уҙғарған, уларҙа 343 эш ҡаралған (2018 йылда – 124), шуларҙың 170-е – райондың эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре менән берлектә. Ошо осорҙа 217600 һумлыҡ штраф һалынған (45400), 112 ҡарар суд приставтары хеҙмәтенә ебәрелгән.
Балиғ булмағандар эштәре һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссия рәйесе – район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлназ Ҡадирова комиссияның эшмәкәрлеге тураһында һөйләне. 2019 йылда 27 ултырышта балиғ булмағандарҙың хоҡуҡ боҙоу-ҙарын һәм ҡарауһыҙ йөрөүҙәрен иҫкәртеү системаһына ингән барлыҡ учреждениелар эшмәкәрлеген координациялау буйынса 18 профилактикалау мәсьәләһе ҡаралған. Район хакимиәте һәм ауыл биләмәләре хакимиәттәре ҡарамаҡтарында ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләр менән эшләү буйынса ведомство-ара совет булдырылған. Гөлназ Халиҡ ҡыҙы белгестәрҙең опекундарға һәм тәрбиәгә бала алған ғаиләләргә һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙерлеген белдерҙе.
Кәңәшмәне йомғаҡлап, район хакимиәте башлығы эске эштәр органдары һәм урындағы үҙидара белгестәре араһында эште көсәйтергә кәрәклеген белдерҙе һәм ошондай форматтағы кәңәшмәләрҙе квартал һайын үткәрергә ҡушты.