Бөтә яңылыҡтар
Урындағы үҙидара
18 Февраль 2020, 12:00

Тармаҡ кәңәшмәләре дауам итә

Үткән аҙнала район хакимиәтендә социаль өлкә, һаулыҡ һаҡлау, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, төҙөлөш, транспорт, энергетика хужалығы хеҙмәткәрҙәренең тармаҡ кәңәшмәләре үтте.

Уларҙа район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин, хакимиәт башлығы урынбаҫарҙары, район Советы депутаттары, ойошмалар етәкселәре, белгестәр һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашты.
Социаль өлкә кәңәшмәһендә беренсе булып РФ Пенсия фондының Мәсетле районындағы идаралығы начальнигы Эдуард Бәҙретдинов сығыш яһаны. Ул йыйылыусыларҙы үткән йылдағы һәм 2020 йыл башындағы йомғаҡтар, үҙгәрештәр менән таныштырҙы.
Районда 7108 пенсионер йәшәй, шуларҙың 873-ө эшләй, 960-ы – 80 йәштән өлкәнерәк (219 – ирҙәр), 116 пенсионер 90 йәштән өлкәнерәк (ирҙәр – 18), 99 йәшлектәр – 2 кеше, 100 йәшлектәр юҡ. 2020 йылдың 1 ғинуарына бөтә пенсияларҙың уртаса күләме айына 13266 һум тәшкил итте, ҡартлыҡ буйынса хеҙмәт пенсиялары – 14156 һум, инвалидлыҡ буйынса – 8897 һум, ҡараусыһын юғалтыу осрағы буйынса – 9028 һум. Әсәлек (ғаилә) капиталына 84 сертификат рәсмиләштерелгән һәм бирелгән. Йыл дауамында барлығы 1 млрд 180 млн һумлыҡ пенсия бирелгән, ай һайын 98 млн һумлыҡ пенсия түләнә.
2019 йылдың 1 ғинуарынан Федераль закон көсөнә инде, уның нигеҙендә Рәсәйҙә ҡартлыҡ буйынса һәм дәүләт тәьминәте буйынса пенсияларға хоҡуҡ биреүсе дөйөм билдәләнгән йәште яйлап арттырыу башланды.
Үҙгәрештәр этаплап, оҙайлы күсеш осоро – 10 йыл дауамында барасаҡ һәм 2028 йылда тамамланасаҡ. Һөҙөмтәлә пенсия йәше 5 йылға арттырылып, ҡатын-ҡыҙ өсөн – 60 һәм ирҙәр өсөн 65 йәш кимәлендә билдәләнәсәк.
Ваҡытынан алда пенсия тәғәйенләнергә хоҡуҡлы күпселек граждандарҙа пенсияға сығыуҙың элекке йәше һаҡлана, шулай уҡ пенсияға алдан сығыуҙың яңы нигеҙҙәре барлыҡҡа килде.
2019 йылда хеҙмәт баҙарындағы хәл тураһында Мәсетле районы буйынса Халыҡ мәшғүллеге үҙәге инспекторы Анира Батталова һөйләне.
Ул үткән йыл йомғаҡтары буйынса бүлеккә дәүләт хеҙмәте күрһәтеүҙе һорап 6936 кеше килеүе, шуларҙың 823-ө – эш табырға ярҙам итеүҙе һорап, 589-ы – һөнәри йүнәлеш буйынса хеҙмәт алыу, 6113-ө – хеҙмәт баҙарындағы хәл-торош тураһында мәғлүмәт алыу өсөн мөрәжәғәт итеүе тураһында әйтте.
Мәшғүллек үҙәге булышлығы менән 2019 йылда 520 эшһеҙ граждан эш тап-ҡан. Дөйөм эшкә урынлашыу кимәле 63,2% тәшкил итте, был унан алдағы йыл менән сағыштырғанда 5 процентҡа түбәнерәк. Был пособие күләменең артыуы һәм “Ҡарағай” шифаханаһы хеҙмәткәрҙәренең күпләп эштән китеүе, Мәсетле ҡулланыусылар кооперативын бөтөрөү, МТС-тағы ауыл хужалығы предприятиеларының миҙгелле хеҙмәткәрҙәре һәм башҡалар менән бәйләнгән. Әлеге йылдың 1 ғинуарына эшһеҙлек буйынса иҫәптә 146 кеше торған.
“Социум” социаль хеҙмәтләндереү үҙәге бүлексәһе мөдире Гөлназ Миндиәрова түбәндәгеләрҙе һөйләне: былтыр 29 социаль хеҙмәткәр тарафынан 486 кеше, шул иҫәптән өс йәшкә тиклемге 14 бала хеҙмәтләндерелгән. 72265 берәмек социаль хеҙмәт күрһәтелгән. Ләкин персонал һайлап алыу проблемаһы бар. Әләгәҙ, Оло Ҡыҙылбай һәм Һөләймән ауылдарында социаль хеҙмәткәрҙәр кәрәк.
Йәштәр үҙәгенең эш йомғаҡтары тураһында уның етәксеһе Лилиә Орлова бәйән итте. Районда 14-тән 30 йәшкә тиклемге 4211 йәш кеше йәшәй, был дөйөм халыҡ һанының 18 процентын тәшкил итә. Ул, бина авария хәлендә ине, әммә район хакимиәте етәкселеге ярҙамы менән Йәштәр үҙәге “Берҙәм Рәсәй” Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының “Реаль эштәр” проектына инде, тине.
Социаль өлкә хеҙмәткәрҙәре кәңәшмәһендә шулай уҡ “Урал” телестудияһы директоры Гүзәлиә Әхмәтйәнова, Мәсетле мәғлүмәт үҙәге мөхәррире урынбаҫары Наталья Русинова, “Ғаилә” төньяҡ-көнсығыш район-ара үҙәге Мәсетле районындағы бүлексәһенең социаль эш буйынса белгесе Гөлнара Мөхәрәмова, опека һәм попечителлек органы баш белгесе Регина Ғайсина, йәштәр сәйәсәте һәм спорт бүлеге баш белгесе Артур Сафин сығыш яһаны.
Район һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең 2019 йылдағы эш йомғаҡтары менән Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһының баш табибы Альберт Нурмөхәмәтов таныштырҙы. Ул демографик хәл-торош, тыуым, эшкә һәләтле йәштәге халыҡтың үлеме, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм башҡа сирҙәрҙән үлем тураһында һөйләне. Райондағы һаулыҡ һаҡлау учреждениелары эшенә дөйөм баһа бирҙе. Бөгөн медицина учреждениелары үҙ эшмәкәрлектәре һөҙөмтәлелеген анализлауға һәм, әлбиттә, кадрҙар менән тулыланыуға ҙур иғтибар бүлә, сөнки шунһыҙ үрҙә һанап үтелгән бөтә бурыстарҙы хәл итеп булмай. Һаулыҡ һаҡлау системаһында “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын бойомға ашырыу мөһим булып тора. Уға барлығы һигеҙ бүлек-федераль проект индерелгән. Улар: “Тәүге медицина-санитария ярҙамы күрһәтеү системаһын үҫтереү”, “Йөрәк-ҡан тамырҙары сир-ҙәре менән көрәш”, “Онкологик сир-ҙәр менән көрәш”, “Балаларға медицина ярҙамы күрһәтеүҙең заманса инфраструктураһын булдырыуҙы индереп, балалар һаулыҡ һағын үҫтереү”, “Һаулыҡ һаҡлау системаһының медицина ойошмаларын квалификациялы кадрҙар менән тәьмин итеү”, “Милли медицина тикшеренеү үҙәктәре селтәрен үҫтереү һәм инновацион медицина технологиялары индереү”, “Һаулыҡ һаҡлауҙың берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә һаулыҡ һаҡлауҙа берҙәм һанлы контур булдырыу (ЕГИСЗ)”, “Медицина хеҙмәттәре экспортын үҫтереү”.
Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә уҙған йылда күп кенә яңылыҡтар булған: “Итәғәтле регистратура” асылған, Түбәнге Бобин һәм Кесе Ыҡтамаҡ ауылдарына модулле ике ФАП алынды, Теләш, Оло Ҡыҙылбай, фельдшер-акушерлыҡ пункттарында, Оло Аҡа табип амбулаторияһында ремонт эшләнгән. Балалар стоматология кабинетында заманса медицина ҡорамалы ҡуйылған. 2020 йылға ла ҙур саралар планлаштырылған.
Кәңәшмәлә район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин хеҙмәттәрҙең берҙәм көйлө эшләүенең, сирлеләргә ҡарата иғтибарлы булыуҙың мөһимлеген билдәләне, 26 февралдә башланасаҡ граждандар йыйылыштарында әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, төҙөлөш, транспорт, энергетика хужалығы өлкәһендә 2019 йылдағы эшмәкәрлек йомғаҡтары тураһында хакимиәт башлығының төҙөлөш һәм йәшәйеште тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Азамат Ҡәләмов һөйләне. Тәү сиратта ул граждандар-ҙың социаль селтәрҙәрҙәге мөрәжәғәттәренә иғтибар итте. 2018 йылдың октябренән Башҡортостан Республикаһында халыҡ проблемаларын контролләүсе “Инцидент-менеджмент” системаһы ебәрелгәйне. Яуаплы кешеләр онлайн-мөрәжәғәттәргә оператив яуап ҡайтара. Мәсетлеләр нигеҙҙә торлаҡ-көнкүреш проблемаларын күтәрә, уларҙың күбеһе торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, юлдар торошо, урам яҡтыртылышы, газ һәм һыу менән тәьмин итеү менән бәйләнгән.
Артабан Азамат Мөхәмәтхаяз улы үткән йылда башҡарылған эштәр тураһындағы мәғлүмәт менән уртаҡлашты. Бына уларҙың бер нисәүһе. Оло Ыҡтамаҡ ауылында 140 урынлыҡ заманса балалар баҡсаһын төҙөү тамамланған. Кесе Ыҡтамаҡ һәм Түбәнге Бобин ауылдарында ике модулле ФАП асылырға әҙерләнә. Өс ҡатлы күп фатирлы торлаҡ йорт төҙөлөшө бара. “Оло Ыҡтамаҡ ауылында тиҙ ярҙам станцияһы менән 63 койкалыҡ дауахана төҙөү” объекты буйынса проект-эҙләү эштәре үткәрелгән, ул дәүләт экспертизаһы үтә. Район үҙәгенең “Светлячок” балалар баҡсаһы бинаһын реконструкциялау” объекты буйынса документтар әле дәүләт экспертизаһын үтә. “Оло Ыҡтамаҡ – Ҡорғат” автоюлының 30-сы километрында Аҡа йылғаһы аша күпер” объекты буйынса төҙөлөш дауам итә һәм башҡалар.
Кәңәшмәлә йәшәү эшмәкәрлегенең юлдар торошо, урам яҡтыртылышы, газификация, төҙөкләндереү, телефон бәйләнеше, “Сүп реформаһы” менән бәйле бөтә өлкәләре лә ҡаралды. Киҫкен проблемалар тикшерелде һәм киләсәккә пландар билдәләнде.